Хәүефһеҙлек
27 Сентября 2021, 04:40

Социаль хәүефле балаларҙы нисек асыҡларға уйлайҙар?

Ҡазан һәм Пермь ҡалаларындағы фажиғәләрҙән һуң социаль яҡтан хәүефле булған, психик тотороҡлолоғо ҡаҡшаған балалар һәм үҫмерҙәрҙе алдан асыҡлау, уларҙың тәртибен тикшереү буйынса махсус программа кәрәклеге алғы планға баҫты.

Добавить в предпочтительные источники Google

Бының өсөн “Мәғариф” милли проекты файҙаланыласаҡ. Кеше үлтереүгә йәки башҡаса зыян килтереүгә ниәте булған үҫмерҙәрҙе уларҙың яҙма эштәре буйынса асыҡлаясаҡтар. Был проектҡа 1,6 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Бөтә мәғлүмәттәрҙең мониторингын алыу өсөн махсус программа булдырыла һәм яҙма эштәр буйынса психик аномалиялар билдәләнәсәк. Әлегә бер илдә лә бындай программа аналогы юҡ, Рәсәй ғалимдары уны тәүге булып тормошҡа ашырырға уйлай.

Бынан тыш хәүефле социаль селтәрҙәрҙе анализлау ҙа дауам ителә. Быйыл ғына террор, наркотик ҡулланыуға йәки суицидға этәргән 30-ҙан ашыу субкультура асыҡланған. “Бер кеше бер нисә аккаунт асып, шундай насар йоғонто яһау менән булышыуы ихтимал, —тип аңлата хоҡуҡ һаҡсылары. —Үҙебеҙҙең система аша беҙ 61 миллиондан ашыу аккаунт күрәбеҙ, әммә уларҙың барыһын да балалар ҡарай, тигән һүҙ түгел”.

Социаль хәүефле балаларҙы нисек асыҡларға уйлайҙар?
Социаль хәүефле балаларҙы нисек асыҡларға уйлайҙар?
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас