Хәүефһеҙлек
30 Сентября 2021, 07:15

Балаларҙы ғаиләнән ниндәй осраҡтарҙа тартып алырға була?

Сенатор Елена Мизулина полиция хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын арттырырға тәҡдим итә.

Аныҡлап әйткәндә, ул Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереп, балаларға хәүеф янаған осраҡтар полиция хеҙмәткәрҙәренә уларҙы ғаиләнән тартып алыуҙы рөхсәт итергә кәрәк тип иҫәпләй. «Опека һәм попечителлек органдары менән сағыштырғанда, полицияның ғаиләләрҙе тикшереү өсөн мөмкинлектәре ҙурыраҡ һәм тәьҫир итеү механизмы ла башҡасараҡ, — ти Мизулина. — Опека белгестәре баланың сәләмәтлегенә һәм һаулығына йүнһеҙ атай-әсәйҙәр арҡаһында ҡурҡыныс янауы хаҡында эске эштәр бүлегенә хәбәр итһә, улар үҙ аллы эш итеү хоҡуғы менән файҙалана ала».

Үҙенең ҡәтғи тәҡдимдәре менән билдәлелек алған сенатор былтыр енесен үҙгәрткән граждандарға никахҡа инеүҙе тыйырға кәрәк тигәйне.

Балаларҙы ғаиләнән ниндәй осраҡтарҙа тартып алырға була?
Балаларҙы ғаиләнән ниндәй осраҡтарҙа тартып алырға була?
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас