Көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн Башҡортостан контейнерҙар һатып алыуға 13 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Аҡсаны Рәсәй Хөкүмәте бүләсәк. Бөгөнгө көндә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн республика биләмәһендә 6 010 төҫлө контейнер, шул иҫәптән: ПЭТ-һауыттарын йыйыу өсөн 2 997 контейнер, макулатура йыйыу өсөн 458 контейнер, быяла йыйыу өсөн 348 контейнер бар. Унан башҡа ҡулланыуҙан сыҡҡан терегөмөшлө лампаларҙы йыйыу өсөн 1 164 экобокс; ҡулланыуҙан алынған батарея элементтарын йыйыу өсөн 768 экобокс; төҫлө һәм ҡара металл һыныҡтарын ҡабул итеүҙең 55 пункты һәм ҡалған пластик ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 220 контейнер йәлеп ителгән. Хәҙер төбәктә ҡалдыҡтарҙың 40 проценты тиерлек айырым йыйыла.
Илдә эшләп килгән “Экология” милли проекты, етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән һөҙөмтәле эш итеү, шул иҫәптән 2018 йылдың 1 ғинуарына асыҡланған бөтә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе бурыс итеп ҡуя.