Хәүефһеҙлек
9 Октября 2021, 05:05

Балаларҙы һаҡлайыҡ

Балалар — юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың һаҡлауға һәм яҡлауға иң мохтаж категорияһы. Йыл һайын Рәсәй юлдарында 24 меңгә яҡын бала аварияла зыян күрә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Балалар — юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың һаҡлауға һәм яҡлауға иң мохтаж категорияһы. Йыл һайын Рәсәй юлдарында 24 меңгә яҡын бала аварияла зыян күрә. Бәләкәстәр айырыуса юл аша сығыу урындарында машина тәгәрмәсе аҫтына эләгеп, йәрәхәтләнә. Әммә һуңғы йылдарҙа руль артына ултырған үҫмерҙәрҙең күбәйеүе һәм бәләгә тарыуы хафаландыра.
Транспорт менән идара итеүгә законлы хоҡуҡ 18 йәше тулған граждандарға ғына бирелә. Ә 8 һәм унан күберәк пассажир ташыусы машинаны йөрөтөүгә «права» алыу өсөн 21 йәш тулған булырға тейеш. Бары тик двигатель ҡеүәте әҙерәк булған мопед йәки мотоциклға ғына 16 йәштән ултырырға мөмкин — бындай танытманы алыу өсөн дә имтихан тапшырырға кәрәк. Водитель танытмаһы алыуға йәш сикләүе ҡуйыу — халыҡ-ара раҫланған талап. Сөнки үҙ аҡылында булған бер атай-әсәй ҙә, күрәләтә балаһын рулгә ултыртып, фажиғәгә этәрмәйәсәк.
Ә беҙ юлдарҙа нимә күҙәтәбеҙ? Иртә яҙҙан эреле-ваҡлы малайҙар һәм ҡыҙҙар (хатта 8 йәшлек малайҙың мопедта йөрөгәнен күргәнебеҙ бар) «матай»ҙарға атланып, урамдарҙа гөжләп йөрөй башлай. Улар ауыл араһына ғына түгел, бер ҡағиҙәне лә, бер юл билдәһен дә белмәйенсә трассаға сыға, үҙҙәренең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Бер нисә үкенесле миҫалды хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек. 2020 йыл, декабрь. 16 йәшлек Йәнгел ауылы егете, «йөрөп киләм» тигән сәбәп менән атаһының машинаһын алып сығып китә. Йөрөп килеү төнгө сәғәт 3-кә хәтлем дауам итә. Тап ошо ваҡытта бәлиғ булмаған водитель үҙенең тиҫтерҙәрен — тағы бер үҫмерҙе һәм өс ҡыҙҙы ултыртып, шәп тиҙлектә Атауҙы ауылынан ҡайтып килгәндә юлда торған ат өйөрөнә барып бәрелә. Ҡот осҡос авария һөҙөмтәһендә водитель үҙе, ике пассажиры һәләк була. Улар барыһы ла 16 йәшлек кенә балалар. Был фажиғә былтыр үҫмерҙәрҙең руль артына ултырыуының бер-бөртөк осрағы түгел. 2020 йыл, ғинуар. Үҙе «калым»да йөрөп эшләгән аҡсаһына машина һатып алған 17 йәшлек Шәрип ауылы егете автомобилен «йыуырға» була. Бәлиғ булмаған иҫерек (!) водитель шул рәүешле юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына эләгә. Әммә был уға фәһем булмай. Ошо уҡ йылдың йәйендә ул тағы эсеп машинаға идара итә. Бындай осраҡта енәйәт эше асылыуы тураһында беләһегеҙҙер. Уйлап ҡарағыҙ: әле 18-е лә тулмаған бала — енәйәтсе. Тимәк, ул водитель танытмаһы ала алмаясаҡ, армияға саҡырылмаясаҡ һәм уның киләсәктә ниндәй ҙә булһа арыу эшкә төшә алыуы икеле. 2020 йыл, июнь. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған үҫмер — ул Красная Башкирия ауылында йәшәй — шулай уҡ эскән килеш руль артына ултыра һәм трассаға сыға. Бәләгә тарып өлгөрмәй, полиция уны эләктереп ала. 2021 йыл, июль. Асҡарҙа мопедҡа идара итеүсе 14 йәшлек малай урамдар киҫелешендә еңел автомобиль менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһында йәш водитель һәм уның 12 йәшлек пассажиры төрлө дәрәжәлә тән йәрәхәттәре ала. Уларға оҙайлы ваҡыт дауаланырға тура килә. 2021 йыл, август. Әлмөхәмәт ауылында йәшәүсе 16 йәшлек ҡыҙ иптәштәренә Тәпәнгә килә. Бер үҫмер менән улар таныш егеттең машинаһын алып сығып китә. Ни сәбәптәндер, юлда руль артына ҡыҙыҡай ултыра. Аңлап тораһығыҙҙыр, был иҫ китмәле хәлдәр көндөҙ түгел, төнөн теркәлә, ә малайҙар менән төнөн машинала йөрөргә сыҡҡан, һуңынан үҙе рулгә идара иткән ҡыҙ иҫерек була! 2021 йыл, сентябрь. Йәй буйы Өфөлә эшләп, аҡса йыйған 16 йәшлек Мәхмүт ауылы егете, ошо аҡсаһына «десятка» һатып ала. Хәҙер инде үҙен «текә ир-егет» тип һанаған бала, автомобилде үҙе йөрөтөп, Сибайҙан ҡайта. Артабан машинаға бензин ҡойоу һылтауы менән Асҡарға сығып китә. Ә быға тиклем ул ни эшләй тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә! Дуҫтары менән эсә, сөнки машинаны «йыуҙырыр» кәрәк таһа!
Бына шундай мәлдә йәшәйбеҙ. 16 йәштә юл ҡағиҙәләрен белеү мөмкинме? Миңә 42 йәш, ләкин әле булһа үҙгәреп торған юл ҡағиҙәләрен барыһын да беләм тип ныҡлы әйтә алмайым. Төндә рулдә йөрөргә бөтөнләй яратмайым, сөнки насар күрәм. Ә 15-16 йәшлек бала, етмәһә, эскән килеш, ҡараңғы ваҡытта нисек машина йөрөтһөн?! Ата-әсәләр, был һеҙгә һорау. Ошо осраҡтарҙың бөтәһендә лә үҫмерҙәр машинаны урлап алып сығып китмәгән бит. Әсәйҙең өнһөҙ рөхсәте менән, ауылда йөрөп киләм тип сығарған улар машинаны гараждан. Ә мопедты яҡшы уҡыған балаһына ата-әсә үҙе үк һатып алып биргән. Был бүләкте яһар алдынан һеҙ, 14 йәшлек улығыҙҙың машиналар «ҡайнап» торған трассала имен-һау йөрөй алыуына шул хәтле ныҡ ышана инегеҙме? Бөгөн балаларығыҙ өйҙәме? Машинағыҙ биклеме? Көн дә авария теркәлгән осорҙа балағыҙға йәнә руль артына ултырырға рөхсәт бирергә ҡыйыулығығыҙ етерме?
Машина йөрөтөргә өйрәнмәһен, тип өгөтләмәйем, юҡ. Тик йәше тулһын, үҙендә яуаплылыҡ тойғоһо уянһын, автомобиль йөрөтөүгә махсус курстарҙа уҡыһын, инструктор менән берлектә дәрестәрҙә булһын, ҡағиҙәләрҙе ятлаһын, имтихан тапшырһын, ЮХХДИ инспекторы алдында һынау тотһон — шунан ғына.
Тағы ла: законды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй тигән хәҡиҡәт бар. Ул бөтәбеҙгә лә ҡағыла. Юл ҡағиҙәләрен боҙған үҫмерҙәргә ниндәй яуаплылыҡ ҡаралған?
Водитель танытмаһы булмайынса транспорт сараһына идара иткән өсөн 12.7-се статья буйынса административ эш асыла. Был осраҡта 5 меңдән 15 мең һумғаса штраф һалына.
Ошоға өҫтәп, ОСАГО буйынса штраф һалыуҙары ла ихтимал, сөнки страховкалау полисында баланың исем-шәрифе булмай бит инде.
Эскән килеш руль артына ултырған үҫмергә өлкәндәрсә яуап тоторға тура килә: уға 12.8-се статья буйынса административ эш асыла һәм 30 мең һум штраф һалына. Әгәр иҫерек үҫмер арҡаһында авария ҡылына һәм унда кеше йәрәхәтләнә йә һәләк була икән (йәш водитель үҙе ауыр йәрәхәтләнгән хәлдә лә), уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Ошондай осраҡтарҙың бөтәһен дә бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия тикшерә. Штрафты ла улар тәғәйенләй. Әммә «бала бит әле» тигән һылтау менән законды урап үтеп булмай. Һәм нисек кенә ауыр булмаһын, эсеп машинаға идара иткән балағыҙ өсөн 30 мең һум штрафты түләргә тура киләсәк. Бында ла комиссия ағзалары һеҙҙе ҡайғырта — йыш ҡына ғаиләнең ауыр хәлен иҫәпкә алып, йәки малайҙы әсәһе яңғыҙ тәрбиәләүен күҙ уңында тотоп, штрафты икегә бүлеп түләргә рөхсәт итә. Тик, ни тиһәң дә, ауыл кешеһе өсөн ҙур сумма ул. Ярай, штрафын да түләрһегеҙ ти, ә тыймауығыҙ арҡаһында машина менән сығып киткән улығыҙ йә ҡыҙығыҙ аварияға эләгеп һәләк булһа, Алла һаҡлаһын, ғүмер буйы үҙегеҙҙе ғәйепләйәсәкһегеҙ бит. Шуға күрә, фажиғәләргә юл ҡуймайыҡ, хөрмәтле ата-әсәләр, балаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Ваҡыт еткәс, тырышып уҡып танытма ла алырҙар, машина ла йөрөтөрҙәр.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас