Бөгөндән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле “Юғары әҙерлек режимы тураһында”ғы Указына сираттағы өҫтәмәләр үҙ көсөнә инде.
Йәғни 18 октябрҙән яңы талаптарға ярашлы матурлыҡ салондарына, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, бассейндарға, шулай уҡ 50-нән артыҡ кешене һыйҙырышлы залдары булған йәмәғәт туҡланыуы урындарына ң ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыу тураһында ң электрон йәки ҡағыҙ сертификат, һуңғы алты айҙа коронавирус менән ауырыуың тураһында белешмә, йә кире һөҙөмтәле ПЦР-тест тураһында белешмә менән генә инергә мөмкин. Әйткәндәй, 27 октябрҙән бындай тестар ғәмәлдә булмай.
Район хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәренән торған комиссия бөгөн район үҙәгендәге бөҙрәханалар, йәмәғәт туҡланыуы урындарында санитар талаптарҙы үтәүҙәрен тикшерҙе.
Рейдта ҡатнашҡан хакимиәттең иҡтисад бүлегенең баш белгесе Гөлфиә Шәһәрғазина бөҙрәхәналар, туҡланыу предприятиелары хужаларына республика Башлығының Указының үтәлешен тәьмин итеү буйынса талаптар хаҡында аңлатма биреп, уның үтәлеше мотлаҡ булыуын раҫлаған белдереү ҡағыҙы тапшырҙы.
Асҡар баҙарының яңы рәттәрендә урынлашҡан дүрт бөҙрәханала ла килгән һәр клиенттың тән температураһын үлсәйҙәр, был хаҡта махсус журналда теркәп барыла. Мастерҙар битлектә эшләйҙәр, клиенттарҙың битлеге булмаған осраҡта улар өсөн битлектәр ҙә әҙерләнгән. Ҡулдарҙы таҙартыу өсөн антисептик ҡуйылған.
Яңы коронавирус инфекцияһының артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында ҡабул ителгән указға һуңғы өҫтәлмәләрҙәге санитар-эпидемиологик талаптарҙың сауҙа нөктәләрендә, матурлыҡ салондарында, йәмәғәт туҡланыуы урындарында үтәлешен, шулай уҡ 65 йәштән өлкәндәрҙең һәм хроник сирҙәргә дусар булғандарҙың үҙ ҡурсаланыу режимын күҙәтеүе лә даими тикшереләсәк. Был категория граждандар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итеү буйынса, банктарға, элемтә салондарына иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө сәғәт 1-гә тиклем бара ала.Эш биреүселәргә 65 йәштән өлкән һәм хроник сирҙәре булған хеҙмәткәрҙәрен ситтән тороп эшләтеүгә күсерергә тәҡдим ителә.