Хәүефһеҙлек
18 Октября 2021, 04:45

Урмандар янмаһын

Быйыл бөтә ил биләмәһендә, шул иҫәптән Башҡортостанда урмандарҙы ялмап алған янғындар хафаға һалды. Барып етеүе ауыр булған урындарҙа сыҡҡан утты һүндереү ҙә аҙ мәшәҡәт тыуҙырманы.

Урмандар янмаһынУрмандар янмаһын
Урмандар янмаһын

РФ Хөкүмәте киләһе йәй хәүефен алдан хәстәрләп, урман янғындарына ҡаршы көрәш стратегияһы буйынса эш башланы. Ул «Экология» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Атап әйткәндә, урмандарҙы, айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрендә авиация патруле ойоштороу өсөн 3,2 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. бынан тыш парашют-янғын һүндереү хеҙмәте штатын арттырыу өсөн 1,4 миллиард һум, янғындарҙы һүндереүгә 2,9 миллиард һум бүленәсәк. Быйыл уҡ Адыгея Республикаһы мәҫәлән, урман янғындарына ҡаршы көрәшеүсе ике махсус техника алған, Липецк өлкәһе 10 берәмек техника менән тулыландырылған. Пермь крайына тракторҙар, квадроциклдар ҡайтарылған һ.б.

Урмандар янмаһын
Урмандар янмаһын
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас