

Йылдың ҡоро килеүе, йәйҙең эҫе булыуы, ямғырҙар юҡлығы ут сығыу хәүефен арттырҙы. Тирә-яҡтағы урман янғындары тәбиғәткә ҙур зыян килтерҙе, байтаҡ ерҙәрҙе тәләфләне. Көндәр һыуыныу менән янғындар артыу ихтималлығы ҙур. Ут сығыу сәбәптәре һәм уларҙы киҫәтеү тураһында 61-се янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары Ш. Р. Шириязданов менән әңгәмәләштек.
— Шамил Рафаэль улы, районда янғындар буйынса хәл-торош нисек? Былтырғы менән сағыштырғанда артҡанмы, кәмегәнме?
— Йыл башынан 135 янғын теркәлде, утта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кеше һәләк булды. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 137 янғын булғайны. Иң күп янғындар Асҡар, Әлмөхәмәт, Красная Башкирия, Ташбулат һәм Таштимер ауыл биләмәләрендә сыҡты. 19 урман янғыны, 35 үлән яныу осрағы теркәлде.
— Тиҙҙән ҡыш. Һыуыҡ миҙгелдә янғын сығыу сәбәптәрен әйтеп үтһәгеҙ...
— Ҡышҡыһын йылытыу ҡорамалдары ҡулланыу арҡаһында электр үткәргесенә көсөргәнеш ныҡ арта. Әгәр йортоғоҙҙа электр үткәргесе иҫке йәки электр ҡорамалын файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәһәгеҙ янғын ҡурҡынысы янай. Шулай уҡ мейестәрҙе артыҡ ҡыҙҙырыу, кирбестәр араһында ярыҡтар барлыҡҡа килеү, мейес ауыҙынан йәки көллөктән ҡуҙҙар килеп төшөүе, яҡҡан ваҡытта мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырыу арҡаһында ут сыға.
Янғындарҙың күпселегенә ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпсе. Шул арҡала һәләк булғандар — иҫерек килеш тәмәке тартҡан кешеләр.
— Янғындарҙы иҫкәртеү буйынса ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
— Мейес менән йылытылыусы йорт хужаларына мейестең һәм төтөн сығыу юлының төҙөклөгөн тикшерергә, ремонтларға һәм ҡоромдан таҙартырға, ярыҡтарын балсыҡлы-ҡомло иҙелмә менән һыларға кәрәк. Мунсалағы мейестең дә төҙөклөгөн даими тикшереп тороу мөһим. Мейес яғыу хәүефһеҙ булһын өсөн, уның алдына ағас иҙәндә 0,5х0,7 м ҙурлыҡта тимер киҫәге йәйелгән булырға тейеш. Мейескә яҡын һәм уның өҫтөндә тиҙ яныусан әйберҙәрҙе йәки материалдарҙы һаҡларға, кер киптерергә ярамай.
Изоляцияһы боҙолған электр үткәргестәрен һәм кабелдәрҙе, розеткалар, башҡа электр ҡорамалдарын файҙаланыу, шулай уҡ электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш биреү, бер үк ваҡытта бер нисә ҡеүәтле электр ҡорамалдарын тоташтырыу, ваҡытлы электр үткәргесен ҡулланыу тыйыла.
Йылытҡыстарҙы ҡорған, йыһаз һәм башҡа тиҙ янып китә торған әйберҙәр эргәһенә урынлаштырырға ярамай.
— Гәзит уҡыусыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
— Янғын сығыу ҡурҡынысы һәр саҡ юғары булып ҡала. Әгәр һәр ҡайһыбыҙ янғын хәүефһеҙлегенең билдәле ҡағиҙәләрен үтәһә, был күңелһеҙ күренештәр аҙыраҡ буласаҡ. Ә төҙөк булмаған мейестәр, электр ҡорамалдарын файҙаланып, иҫке электр үткәргескә күҙ йомоп, иҫерек килеш тәмәке тартып, беҙ үҙебеҙҙе янғында һәләк булыу йәки торлаҡһыҙ ҡалыу һәм бөтә мөлкәтебеҙҙе юғалтыу ҡурҡынысы аҫтына ҡуябыҙ. Үкенескә ҡаршы, ут аяуһыҙ, халыҡ әйткәнсә: «Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай».
Шулай уҡ янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһын һәр йортҡа ҡуйырға саҡырам. Беҙҙең районда бер нисә ут сығыу осрағында тап шул ҡоролма өйҙәгеләрҙең иҫән ҡалыуына, мөлкәткә артыҡ зыян килмәүенә ярҙам итте. Шуға йортоғоҙ яңымы, иҫкеме — янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы булырға тейеш. Был тәү сиратта, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың именлеге өсөн мөһим.