Хәүефһеҙлек
22 Октября 2021, 11:55

Рязань өлкәһендәге дары етештереү заводында сыҡҡан янғында 17 кеше һәләк булған

Бөгөн иртәнсәк Рязань өлкәһенең Лесное ҡасабаһында урынлашҡан дары заводында әлегә асыҡланмаған сәбәптәр арҡаһында янғын сыға.

Һөҙөмтәлә, ошо ваҡытта заводта сменала булған 17 кеше янып, һәләк була.

Янғын ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары тарафынан ике сәғәт эсендә локализациялана. Әммә хәрби припастарҙы юҡ итеү, дары, ҡоралдар өсөн башҡа шартлатҡыс матдәләр етештереү менән шөғөлләнгән «Эластик» заводында шартлау хәүефе ҡала. Әлеге ваҡытта янғын һүндереүселәр бина эсендә емереклектәрҙе сығарыу менән мәшғүл. Ут һүндереүгә 170 кеше, 50-нән ашыу махсус техника йәлеп ителгән. Фажиғәгә бәйле тикшереү бара.

Рязань өлкәһендәге дары етештереү заводында сыҡҡан янғында 17 кеше һәләк булған
Рязань өлкәһендәге дары етештереү заводында сыҡҡан янғында 17 кеше һәләк булған
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас