Уның сиктәрендә балаларҙың юлда йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү буйынса күләмле эштәр башҡарыласаҡ.
Ағымдағы йылдың 9 айында республика юлдарында балалар ҡатнашлығында 377 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа 16 баланың ғүмере ҡыйылған, 420-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған. 163 аварияла балалар пассажир булған. Уларҙы ххәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктермәй йәки махсус креслоға ултыртмау арҡаһында ике сабый һәләк булған.
25 октябрҙән ЮХХДИ инспекторҙары мәктәптәрҙә профилактик әңгәмәләр үткәрә, машиналарҙа, автобустарҙа балаларҙы ташыу ҡағиҙәлеренең үтәлешен тикшереү буйынса рейдтарға сыға, онлайн режимда төрлө тематик конкурстар ҙа үткәреләсәк, унда балалар үҙҙәренең юл ҡағиҙәләрен белеүен күрһәтәсәк.