Хәүефһеҙлек
5 Ноября 2021, 15:25

6 йәшлек бала батып үлгән...

Аяныслы фажиғә Илеш районында теркәлгән

Добавить в предпочтительные источники Google

Һыу инеү миҙгеле күптән тамамланһа ла, һыу ятҡылыҡтары барыбер хәүеф сығанағы буып ҡала. Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, малай ауыл эргәһендәге быуаға уйнарға сыҡҡан һәм яңы ғына туңа башлаған боҙ ярылыуы арҡаһында, һыу аҫтына киткән. Уның эргәһендә булған дуҫы ярҙам артынан йүгергән, әммә баланы ҡотҡара алмағандар. Уның йәнһеҙ кәүҙәһен һыу төбөнән атаһы сығарған.

Әле ваҡиға урынында оператив-тәфтиш төркөмө эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығы балаларҙы һыу буйына яңғыҙ ебәрмәүегеҙҙе, көҙгө боҙ ышанысһыҙ икәнлеген аңлатыуығыҙҙы һорай.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас