Кисәге көн Роспотребнадзор, район эске эштәр бүлеге, район милеккә идара итеү комитеты хеҙмәткәрҙәренән торған комиссия курорт зонаһы магазин-кафеларының Республика Башлығы Радий Хәбировтың “Юғары әҙерлек режимы индереү” тураһындағы Указына индерелгән үҙгәрештәрҙәге талаптарҙың үтәлешен тикшерҙе.
Күпселек магазиндарҙа, туҡланыу урындарында хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһын яҙып барылған журналдарҙың булһа ла, уларҙың көндәлек тултырылмауын асыҡланылар. Ҡайһы бер ҙур магазиндарға ингән урындарҙа стенаға ҡуйылмалы термометр менән һатыпа алыусыларҙың тән температураһы үлсәнеүе маҡтауға лайыҡ. Биналар елләтелә һәм графикка ярашлы йыйыштырыла.
Шул уҡ ваҡытта биналарҙы дезинфекциялау маҡсатында бөтә урында ла тиерлек белизна ҡулланыуҙары дөрөҫ түгел, тип тапты комиссия ағзалары. Сөнки, әйтеүҙәренсә, бында тик махсус дезинфекциялау саралары ҡулланылырға тейеш икән.
“Ниагара” кафеһының йәйге ултырып ял итеү урынына бер ниндәй дәғүә булмаһа ла, унда бактрицид лампалар ҡуйылған, тейешле дезинфекциялар саралары бар, өҫтәлдәр бер-береһенән 1,5 метр аралыҡта урынлдаштырылған, кафе эсендә ныҡ бысраҡ булыуын билдәләне комиссия ағзалары.
Комиссия тарафынан Зеленая Поляналағы “Чарка” магазиннына ҡарата протокол төҙөлгән.
Комиссия асыҡланған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөүҙе талап итеп, кафе-магазиндар хужаларына белдереү ҡағыҙҙары ҡалдырҙы.
Нисек кенә булмаһын, республика Башлығы Указындағы һәр талап мотлаҡ үтәлергә тейеш, сөнки улар барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, коронавирус инфекцияһын таратыуға юл ҡуймау маҡсатында ҡабул ителгән бит.