Хәүефһеҙлек
16 Ноября 2021, 07:00

Йыл аҙағына тиклем юлдарға 10 видеокамера ҡуйыласаҡ

Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың именлеген тәьмин итеү маҡсатындағы эштәр дауам итә. БР Башлығы Р. Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, авариялар иң йыш теркәлгән юл участкаларында видеофиксация ҡорамалдары ҡуйылырға тейеш.

Әлегә беҙҙең район биләмәһендә алты урында камералар эшләп тора — улар Амангилде, Асҡар, Озерный, Таштимер, Йәлембәт, Ҡушый ауылдарында һәм Магнитогорск ҡалаһына ингән урында тиҙлек режимын сикләй.
«Муниципаль район хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Транспорт дирекцияһы араһында төҙөлгән дәүләт килешеүенә ярашлы, 2021 йыл аҙағына тиклем Әбйәлилдә тағы 10 видеофиксация ҡоролмаһы ҡуйыласаҡ, — тип аңлатты юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Даян Мөхә-мәтдинов. — Видеокамералар ҡуйыу өсөн юл-транспорт ваҡиғалары иң күп теркәлгән участкалар һайлап алына. Әммә шуны ла күҙ уңында тоторға кәрәк: камера эшләһен өсөн был трасса үткән урында электр линияһы, кәрәҙле бәйләнеш һәм интернет булыуы шарт. Бөгөнгө көнгә ике ҡорамал урынлаштырылды: улар Әбделмәмбәт һәм Тәпән ауылдарында машиналарҙың тиҙлек режимын күҙәтә. Яҡын арала район үҙәгендә — Рәүеф Дәүләтов урамында бер, Дауыт ауылы аша үткән трассала тағы бер камера сафҡа инәсәк. Дауыт ауылы туҡталышында мәктәп автобусы балаларҙы төшөрә, ә юлдағы машиналар тиҙлекте кәметмәй, уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ошо урын һайланды.
Тиҙҙән Әлмөхәмәт — Сибай юлына асфальт һалыу тамамланһа, тура юлдан йөрөүсе машиналар ағымы көсәйәсәк, шуға күрә Әлмөхәмәт ауылы ла ошо исемлеккә индерелгән. Декабрҙә Покровка, Озерный яғынан Магнитогорскиға ингән урында, Ишҡолда, Туйышта, Аэропорт боролошонда видеотеркәү ҡорамалдары ҡуйыласаҡ. Рауил ауылы буйынса әлегә һорау асыҡ ҡала, сөнки унда интернет юҡ. Үкенескә ҡаршы, иң хәүефлеләрҙән һаналған Красная Башкирия ауылы янындағы юл саты ла быйылғы исемлектә юҡ».

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас