Көндәр һыуыныуға ҡарамаҫтан, йылға-күлдәргә батыусылар һаны кәмемәй. Илеш районында 6 йәшлек бала тәүге һалҡындар төшөү менән быуа буйында уйнап йөрөгән һәм яңы саҡ туңа баш-лаған үтә күренмәле боҙ өҫтөнә баҫып, һыу төбөнә киткән. Аяныслы хәлдең ата-әсә өсөн ни тиклем ҙур ҡайғы булыуын аңлатып торорға кәрәкмәйҙер.
Ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһендә булған тағы бер фажиғә барыһын да тетрәндерҙе. Боҙо ныҡлап туңмаған йылға өҫтөндә йөрөгән ике бала һыуға батҡан. Икенсе класта уҡыған ике малай күрше йәшәгән һәм бергәләп йылға буйына барған. Яңы туңған боҙҙоң хәүефле булыуын уйламағандар, күрәһең. Уйһыу урында боҙ ярылып, икәүләп һыу ҡорбаны була улар.
Балалар менән бер нисә көн арауығында булған ҡаза башҡалар өсөн фәһем булмауы ғәжәпләндерә. Кисә Өфөнөң Яҡутов паркында ете йәшлек ҡыҙ күлгә төшөп киткән. Ярай әле, бәхетенә күрә, яҡында ғаиләһе менән булған ир уны күреп, ярҙамға ташланған. Ярылған боҙҙан сығара алмағас, ҡотҡарыусы үҙе һалҡын һыуға төшә һәм ҡыҙыҡайҙы алып сыға. Табиптар уның һаулығына хәүеф янамауын белдергән. Батырлыҡ ҡылған ир-егеткә рәхмәт!
Бөтә осраҡтарҙа ла балаларҙың ата-әсәһеҙ йөрөүе билдәле. 6-7 йәштә уларҙы яңғыҙ сығарып ебәреүе мөмкин булыуы ла аңлашыла. Тик хәүеф-хәтәрҙе аңлап етмәгән, һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда ни эшләргә тейешлеген бөтөнләй белмәгән бәләкәй балалары йылға-күл буйында йөрөгән ваҡытта нисек тыныс күңел менән ултырырға мөмкин? Ата-әсәләргә балалары менән һөйләшергә, әлеге ваҡытта боҙҙоң ныҡлап туңмауы, ярылыуы тураһында аңлатырға кәрәк. Биш минут ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ, был тотош ғүмерҙе һаҡларға ярҙам итәсәк.