Хәүефһеҙлек
19 Ноября 2021, 11:05

Водителдәргә балаларҙан теләктәр

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы тәҡдиме менән ноябрь аҙағында Автоһәләкәттәрҙә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машиналар һаны артҡан һайын, авариялар һаны һәм уларҙа һәләк булғандар һаны ла күбәйә. Яңылыҡтар таҫмаһында әле унда, әле бында машиналар бәрелешеүе, уларҙа кешеләрҙең ғүмерҙәре ҡыйылыуы тураһында хәбәрҙәр йышая. Аңһыҙ үлем хәбәрен ишетеүе ауыр. Юл фажиғәләрендә йәштәрҙең, бигерәк тә балаларҙың зыян күреүе аяныслы.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының пропаганда буйынса инспекторы Илсиә Дәүләтҡолова ошо көнүҙәк мәсьәләгә автоһәүәҫкәрҙәрҙең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында акциялар уҙғарып тора. Асҡарҙа үткән сираттағы профилактик сараға беҙ ҙә шаһит булдыҡ.

Водителдәр менән әңгәмәләшеүгә балаларҙы йәлеп итеү ҙә үҙ тәьҫирен бирә. Сөнки төрлө плакаттар тотҡан бәләкәстәрҙең машина эргәһенә килеп: «Ағай, ҡыумағыҙ, руль артында ипләп йөрөгөҙ, һеҙҙе өйҙә көтәләр», — тип эскерһеҙ өндәшеүе күптәрҙе уйланырға мәжбүр итер, тип ышанғы килә.

Был юлы акцияла Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 4-се класы уҡыусылары — юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары ҡатнашты. Улар юл-патруль хеҙмәтендә эшләгән ағайҙары туҡтатҡан водителдәр менән ихлас һөйләште, буклеттарын тапшырҙы, «Балаларығыҙҙы креслола йөрөтәһегеҙме, ҡағиҙәләрҙе үтәйгеҙме», — тип һораны. И. Дәүләтҡолова Автоһәләкәттәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө тураһында ҡыҫҡаса аңлатма бирҙе һәм аварияла ғүмере өҙөлгәндәр иҫтәлеге итеп аҡ шарҙар бүләк итте.

Ул арала малайҙар бер-береһен уҙҙырып, хәбәрҙәрен теҙҙе: «Беҙ үҙебеҙ ҙә юл ҡағиҙәләрен һәйбәт беләбеҙ, — ти береһе. — Светофорҙың йәшел утына ғына юл аша сығырға кәрәк, ҡыҙыл янғанда йүгереп сығырға ярамай. «Зебра» булған урындарҙа ла ике яҡҡа ҡарап алабыҙ, шунан ғына атлайбыҙ».

«Кискеһен өйгә ҡайтҡанда мин күренеп йөрөһөн өсөн әсәйем курткама светоотражатель тегеп бирҙе», — ти икенсеһе.

«Ә мин үҙем аварияға эләккәнем бар», — тимәһенме тағы берәүһе! «Уф, нисек?» — тип һорайым. «Велосипед менән китеп бара инем, ташты күрмәй, эләгеп, осоп киттем», — тип көлә.

Ярай, велосипедта йөрөгәндә ундай ғына хәлдәр була инде, ти иркен тын алып ҡуйҙым. Балалар бәләгә тарымаһын, бөтә водителдәр ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәһен, юлдарыбыҙ имен булһын!

Водителдәргә балаларҙан теләктәр
Водителдәргә балаларҙан теләктәр
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас