ЮХХДИ начальнигы Даян Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, аҙна һайын иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса рейдтар уҙғарыла. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Асҡарҙа ғына түгел, райондың бөтә ауыл биләмәләрендә лә эшләй. Мәҫәлән, 18 ноябрҙә үткән рейд мәлендә 3 иҫерек автоһәүәҫкәр тотолған. Берәүһенең машинаға идара итеүгә хоҡуғы булмаған. Бөтәһе 23 водителгә ҡарата протокол төҙөлгән. Магнитогорск — Аэропорт юлында төнгө сәғәт 12-лә ГАЗ-2117 машинаһы менән китеп барған ир быға хәтлем эсеп руль артына ултырғаны өсөн «права»һынан мәхрүм ителгән. Шуға ҡарамаҫтан, ул тағы ла законды тупаҫ боҙоп, юлға сыҡҡан. Тағы ла спиртлы эсемлек ҡабул иткән. Уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһына ярашлы эш асылған.
19 ноябрҙә 20-нән ашыу административ протокол төҙөлһә, йәнә 3 иҫерек, 3 «права»һыҙ водитель асыҡланған. ЮХХДИ инспекторҙарына эш етерлек, сөнки юлда иҫеректәр һаны бер ҙә кәмемәй. Буранлап, ҡар яуып торған осорҙа, юл тайғаҡ булғанда, улар ни йөрәктәре етеп, эскән килеш руль артына ултыралыр?!
фото: Әбйәлил районы ЮХХДИ-һынан