РФ Дәүләт думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты илдә 16 йәшкә тиклемге балаларға йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғы биреү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Бөгөн бындай саралар төбәктәрҙә башлыҡтарҙың ҡарарҙары менән тормошҡа ашырыла, әммә ил буйынса берҙәм фекер юҡ, шуға күрә билет өсөн түләргә аҡсаһы булмаған балаларҙы автобустан төшөрөп ҡалдырыу осраҡтары ла бар. Быға хәтлем федераль закон 7 йәшкә тиклемге балаларға ғына транспортта бушлай йөрөргә рөхсәт итә. Закон проекты хуплау тапҡан осраҡта 7-нән 16 йәшкә тиклемге балалар ҙа бындай хоҡуҡҡа эйә буласаҡ.