+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Декабрь 2021, 17:42

"Башавтотранс" автопаркы тулылана

Башҡортостанда пассажирҙар ташыу өлкәһендә транспортты яңыртыу дауам итә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Былтыр "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы муниципаль маршруттарға  205, ә быйыл 220 яңы автобус сығарған. Яңы автобустар  ГЛОНАСС, пассажирҙарға мәғлүмәт биреү системаһы, тахограф, инвалид коляскалары өсөн урындар менән йыһазландырылған. Маршрутҡа сыҡҡан  "НефАЗ" дар пассажирҙар ағымын автоматлаштырылған иҫәпләү, шулай уҡ һигеҙ видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған. Ҡышҡы осорҙа пассажирҙар урамда оҙаҡ  көтөп тормаһын өсөн "Башавтотранс" етәкселеге автобустар хәрәкәте йөрөшөнең  интервалын ҡыҫҡартырға уйлай.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: