Хәүефһеҙлек
21 Декабря 2021, 07:25

Юл ремонтлауға өс миллиард һум тотонолған

 “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тормошҡа ашырылған йылдар эсендә Өфөлә урам-юл селтәренең 120 объекты ремонтланған.

Добавить в предпочтительные источники Google

Республикабыҙ баш ҡалаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) иғлан ителгән беренсе йылдан уҡ унда әүҙем ҡатнашыусы булып тора.

Ошо йылдар эсендә урам-юл селтәренең 120 объекты ремонтланған. Быйыл ғына ла 14 объектта дөйөм оҙонлоғо 22 километр булған асфальт-бетон япмаһы тәртипкә килтерелгән, 220 мең квадрат метр майҙанда асфальт түшәлгән, 38 мең квадрат метр тротуарға япма һалынған. Бынан тыш, Өфөнөң әһәмиәтле артериялары булған Комсомол һәм 8 Март урамдары норматив хәлгә килтерелгән.

“Ремонт һәм реконструкция яһалған урындарҙа урам яҡтыртҡыстары урынлаштырыу өсөн 220 бағана ҡуйылды, 420-нән ашыу юл билдәһе һәм 16 светофор эленде, термопластик юл һыҙаттары һалынды”, – ти Өфө ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, юл ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илшат Фәхретдинов.

 Фото: bashinform.ru.

Автор:
Читайте нас