Хәүефһеҙлек
6 Ғинуар 2022, 03:10

Юлдарға өҫтәмә 800 камера ҡуйыла

2022 йылдың 1 мартына тиклем Башҡортостанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында өҫтәмә 800 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйыла.   #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Уларҙың 200-ө декабрь аҙағында эшләй башлаған. Башҡортостандың транспорт министры Александр Булушев  һүҙҙәренсә, төбәктә меңдән ашыу комплекс эшләй. Уларҙың 100-ө авария осраҡтары бөтөрөлгән юл участкаларынан федераль әһәмиәттәге трассаларға күсерелгән. «Камералар ҡуйыуҙың маҡсаты - тәү сиратта кеше ғүмерҙәрен һәм һаулығын һаҡлау», - тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас