Хәүефһеҙлек
7 Января 2022, 11:25

Юлда һаҡ булығыҙ!

Көндөң кинәт боҙолоуы арҡаһында юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килеүе, авария осраҡтары артыуы ихтимал.

Юлда һаҡ булығыҙ!Юлда һаҡ булығыҙ!
Юлда һаҡ булығыҙ!
 Республикала һауа шарттарының насарайыуы күҙәтелә. Температураның түбәнәйеүе, епшек ҡар яуыуы, яуым-төшөмдөң урыны менән көслө булыуы көтөлә. Айырым райондарҙа  - буран, юлдарҙа боҙлауыҡ. Төндә һауа температураһы -8-13 тәшкил итәсәк.
 Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Владимир Севастьянов транспорт саралары менән идара иткәндә иғтибарлы булырға саҡыра. Юлдарҙа күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Әгәр юлда булһағыҙ, дистанцияны һәм тиҙлек режимын һаҡлау, йәйәүлеләр һыҙатынан йөрөгәндә иғтибарлы булыу мөһим. Киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа, арауыҡты һаҡларға кәрәк. Хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктереү мотлаҡ. Бындай көндә водителдәрҙән айырыуса иғтибар талап ителә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас