Хәүефһеҙлек
7 Января 2022, 15:55

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Көндәр кинәт йылынып, бөгөн республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла ҡар ҡатыш ямғыр яуҙы. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, юлдарға ҡар һырыуы күҙәтелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Көндәр кинәт йылынып, бөгөн республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла ҡар ҡатыш ямғыр яуҙы. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, юлдарға ҡар һырыуы күҙәтелгән. Гидрометеоүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, көн торошоноң үҙгәреүе көтөлә. Йәғни һауа температураһының күтәрелеү-төшөүе, күпләп ҡар, урыны менән рашҡы яуыуы мөмкин. Төндә һауа температураһы -8,-13 градусҡа түбәнәйәсәк, был иһә боҙлауыҡҡа килтерәсәк.

Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов транспорт саралары менән идара иткәндә айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра.

Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ. Ҡыумағыҙ, тиҙлекте һәм дистанцияны һаҡлағыҙ, кеше үткәргестәрҙә һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерегеҙ. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре баш ҡала, федераль һәм республика юлдарында көсәйтелгән режимда эшләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә шылтыратыр өсөн телефон һандарын бирәбеҙ: 235-84-02, 233-27-31, 237-84-80, 237-02-02.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас