

Йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә тотош республикалағы кеүек район биләмәһендә лә ҡар яуып, ныҡ ҡына буранлап та алды, урыны менән юлдар үтерлек булманы. Юл йөрөүселәр барыр урындарына ваҡытында һәм бәлә-ҡазаһыҙ барып етһен өсөн район юлсылары тәүлек әйләнәһенә көсәйтелгән режимда эшләне.
Көрәк таҡҡан тракторҙар һәм КамАЗ-дар юлдарҙағы ҡарҙы ышыртты, эшселәр күперҙәрҙең эргә-тирәһен, туҡталыштарҙы, юл тамғалары ҡуйылған урындарҙы ҡарҙан көрәк менән таҙартты.