Документҡа ярашлы, карантин ауылдан 250 метрҙа ятҡан эпизоотик усаҡ урыны булған шәхси эшҡыуарҙың фермаһы биләмәһендә индерелде. Бында малдарҙы дауалау, ферма биләмәһенә хеҙмәткәрҙәрҙән тыш сит кешеләрҙең инеүе, йорт хайуандарын индереү йәки сығарыу, ҡыр хайуандарын тотоу, шулай уҡ тиреләрен һыҙырып алыу тыйыла.
Шулай уҡ ауылда йәрминкәләр уҙғарыу, эт-бесәйҙәр, башҡа хайуандар йыйылыуға сәбәп булырҙай бүтән сараларҙы ойоштороу сикләнде.
Район власына белгестәр менән ҡурҡыныс эпизоотик сирҙең барлыҡҡа килеүен асыҡларға һәм уны юҡ итергә саралар күрергә ҡушылды.