Хәүефһеҙлек
10 Февраля 2022, 10:05

Юл иғтибар талап итә

Руль артындағылар ҙа, йәйәүлеләр ҙә хәүефһеҙлек хаҡында онотмаһын.

Райондың ЮХХДИ бүлеге хеҙмәткәрҙәре яңы башланған йылдың тәүге айында уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 600-ҙән ашыу осрағын асыҡланы. Эскән килеш транспорт сараһына идара иткән 25 водитель тотолдо, шуларҙың дүртәүһе ҡабат эсеп руль артына ултырған. Уларға ҡарата енәйәт эштәре ҡуҙғатыласаҡ. 23 водитель балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылды. Хәүефһеҙлек талаптарын ата-әсәләр үҙҙәре күҙәтмәй, балаларын креслоһыҙ йөрөтә. Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағында автомобиль креслоһы ғүмерҙе ҡотҡарыуын онотмағыҙ.

Йыл башынан алып 34 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙың күбеһе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында.

Бер кешенең ғүмере өҙөлгән, икенсеһендә бәлиғ булмаған пассажир зыян күргән. Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлында КамАЗ автомашинаһы менән еңел автомобиль бәрелеште. Сөнки водитель маневр хәүефһеҙлегенә инанмай, ғаиләһен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Төрлө йәрәхәттәр алған балалар ҡала дауаханаһына оҙатыла, табип тикшергәндән һуң улар өйөнә ҡайтарыла. Балаларҙың автокреслоларҙа ултырыуҙары уларҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарған.

Һәр водитель үҙенең һәм пассажирҙарының хәүефһеҙлеге тураһында уйларға тейеш. Балаларҙы махсус ҡоролмаларҙа йөрөтөү һәм хәүефһеҙлек ҡайыштары менән эләктереү мотлаҡ. Райондың дәүләт автоинспекцияһы һеҙҙең һәр берегеҙҙең, водитель йәки йәйәүле булараҡ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Юлда иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!

Илсиә ДӘҮЛӘТҠОЛОВА,

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының пропаганда буйынса инспекторы.

 

 

Автор:
Читайте нас