Хәүефһеҙлек
12 Февраля 2022, 10:20

Аферистарҙың яңы алымына эләгә яҙҙым

"Картағыҙҙан илле мең һум аҡса алырға маташтылар",  - тинеләр миңә.

Телефоным шылтыраны, ят номер. «Эске эштәр бүлеге капитаны Игорь Сергеевич булам. Һеҙҙең исем-шәриф шулаймы? Дөрөҫмө? Иртәгә полиция бүлексәһенә һорау алырға саҡырылаһығыҙ», — тине шылтыратыусы. Албырғап ҡалдым, баштан әллә ниндәй уйҙар үтте. «Нимә булды һуң?» — тием ҡабаланып.

«Һеҙҙең картағыҙҙан мутлашыусылар аҡса күсерергә маташҡан. Паспорт мәғлүмәттәрегеҙҙе бер ҡайҙа ла ҡалдырманығыҙмы, картағыҙҙы юғалтманығыҙмы?» — тигән һорауҙарға яуап биргәндә, ҡурҡыныс хәл булмағанына ҡыуанып, иркен тын алдым. Ҡылт итеп, капитандың рус икәнлеге иҫкә төштө. Беҙҙә ундай кеше юҡ шикелле тип уйлайым. Ә был әҙәм теле-телгә йоҡмай, тағы ниндәй банктарҙа иҫәптәрегеҙ бар, онлайн-ҡушымталарығыҙ бармы тигән һорауҙарҙы яуҙырҙы ғына. «Күпме аҡсағыҙ бар иҫәптә» тигәс, бының мутлашыусы булыуына шик ҡалманы. Юғиһә, хоҡуҡ һаҡсыһына минең күпме аҡсам булыуы нимәгә кәрәкһен. Ваҡытым бар ине, һөйләшеүҙе өҙмәнем, яңы мутлыҡ схемаһының ни менән тамамланырын белгем килде. «Теүәл генә әйтә алмайым, яҡынса илле-алтмыш мең тирәһе»  — был юлы ялған «капитан»ға мин шылдырҙым. Аҙ сумма өсөн этләнмәйәсәктәре билдәле бит. Трубканың теге осонан яҡындағы терминалға нисә минутта барып етә алыуымды һоранылар. «Бәлки, банк бүлексәһенә барырғалыр», — тип аныҡлауыма: «Был һөйләшеү конфедициаль булырға тейеш. Бер кемгә лә шылтыратыу хаҡында әйтмәгеҙ. Беҙ һеҙҙең мәнфәғәттә эш итәбеҙ. Банк хеҙмәткәрҙәре лә белмәһен», — тип ҡәтғи генә иҫкәртте.

Ярты сәғәттәй һөйләшкәс, мине шул уҡ телефондан туранан-тура банк хеҙмәткәре менән тоташтырҙылар. Тағы ла һорауҙарға яуап алдылар һәм миңә ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләнеләр. Бының өсөн тиҙ генә паспорт һәм картамды алып, яҡындағы терминалға барырға тейешмен. Унда мин мутлашыусылар ҡулына эләгә яҙған аҡсамды страховкаланған иҫәпкә күсереп һаласаҡмын. Мин барып еткәс, был итәғәтле хеҙмәткәр яңынан шылтырата һәм яңы карта асырға ярҙам итәсәк. Ошо урында һөйләшеүҙе өҙөргә булыр ине. Ләкин мин терминалға киттем. Аҡсаны картанан алыуым булды, яңынан шылтыраттылар. Паспорт мәғлүмәттәрен әйтеүемде үтенгәс: «Һеҙҙең телефон номерығыҙҙы банктың хәүефһеҙлек хеҙмәтенә еткерәсәкмен», — тинем. Теге оста бер аҙ өндәшмәй торғас, трубканы ташланылар.

Еңел юл менән байығырға теләүселәр төрлө ысулдар, яңы алымдар эҙләй. Яңыраҡ хоҡуҡ һаҡсылары «һеҙҙең улығыҙ аварияға эләкте, йәйәүлене тапатты, проблеманы хәл итеү өсөн аҡса кәрәк» тигән схема буйынса эшләп, нигеҙҙә  ололарҙан аҡса күсерткән мутты тотто. Ят номерҙарға яуап бирмәҫкә, банк хеҙмәткәре, полициянан тиеүгә ышанмаҫҡа кәрәк. Иң мөһиме, сит әҙәмдәргә аҡса күсермәгеҙ. Шикләнһәгеҙ, банктың үҙенә шылтыратығыҙ.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас