Хәүефһеҙлек
12 Февраля 2022, 07:15

Интернеттың кире яҡтары ла күп

Балаларығыҙҙың ниндәй сайттарҙа ултырыуын белгегеҙ киләме?

БР Мәғариф министры Айбулат Хажин интернетта балаларҙың хәүефһеҙлегенә арналған брифингта яңы проект хаҡында һөйләне.

— Махсус программа социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙә балалар ҡараған контентты автоматлаштырылған режимда күҙәтә аласаҡ, — тине Айбулат Вәкил улы. — Интернеттың ниндәй өлкәләре үҫмерҙәр өсөн нығыраҡ ҡыҙыҡлы,улар күп ваҡытын шунда үткәрә. Был программа баланың законлы вәкиле булараҡ ата-әсәгә барыһын да күҙәтергә һәм интернет-контент тураһында белергә мөмкинлек бирәсәк.

Һүҙ дәрестән тыш ваҡытта баланың нисек ваҡыт уҙғарыуына контроль хаҡында бара. Мәктәптәрҙәге контент-фильтрация аша кире, насар мәғлүмәт үтмәй. Интернетҡа мәктәп компьютерҙары аша ингән бала интернеттың «аҡ яғын» ғына ҡарай ала. Ләкин мәктәптән ситтә үҫмерҙәрҙе контролдә тотоу мөһим. Программа ата-әсәнең һәм баланың телефондарына ҡуйыла. Өҫтәүенә ул баланың социаль селтәрҙәге бөтә аккаунттарын беләсәк. Йәғни, фейк битләүҙәр ҙә күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ата-әсә баланың мессенджерҙарындағы хәбәрләшеүҙәрҙе күрмәйәсәк.

Айбулат Хажин билдәләүенсә, был проектты тормошҡа ашырыуҙа министрлыҡ ата-әсәләр ярҙамына иҫәп тота. Был программала ҡатнашыу ирекле. Мәғариф министры Өфө мәктәптәренең береһендә эксперимент уҙғарылыуын әйтте. Ата-әсәләр балаларының тәртибен күҙәтеп барыу өсөн  был ҡушымтаны ыңғай баһалаған.

—  Был программала үҙем дә ҡатнаштым. Атай булараҡ баланың ҡайҙа йөрөүен, интернетта ниндәй төркөмдәргә инеүен, ҡайһы сайттарҙан нимәләр ҡарауын күҙәтә алдым, — тип һөйләне Айбулат Вәкил улы.

Әлеге ваҡытта программа файҙаланыуға әҙер. Министр дүртенсе сиректә үк ата-әсәләргә был ҡушымтаны ҡулланып ҡарау мөмкинлеге булыуын белдерҙе.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас