

Янғынды һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк булыу хәҡиҡәтен һәр кем яҡшы аңлай. Ут сыға ҡалһа, уны һүндереү өсөн техника һәм башҡа ҡорал-ҡорамалдар булыуы ла, уларҙың төҙөклөгө лә бик мөһим. Был йәһәттән райондың ауыл биләмәләрендә аныҡ саралар күрелә. Ҡайҙалыр янғын һүндереү машиналары бар, улары булмаған урындарҙа, һыу цистерналары алыуға өлгәштеләр.
Рауил ауыл биләмәһендә элекке Калинин исемендәге колхоздан ҡалған ҡомартҡы — ГАЗ-66 автомобиле янғын һағында хеҙмәт итә. Колхоз-совхоздар мәлендә һәр хужалыҡтың үҙенең янғын машинаһы булғайны шул.
— Колхоздың машинаһын ваҡытында алып ҡалып, уны йүнәтеп ҡуйыуыбыҙ һәйбәт инде, — ти Рауил ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Зәйтүнә Булатова. — Шул саҡта ул машинаның элекке водителе, хаҡлы ялда булған Рәжәп ағай Шириязданов был эш өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнде. Эш хаҡы түләнмәһә лә, һәр саҡ машинаны ҡарап, төҙөк тотто.
Уҙған йылдан Рауил ауыл биләмәһенең янғын һағы «Урал» МУП-ы балансында иҫәпләнә. ГАЗ-66 автомашинаһы былтыр капиталь ремонт үткән. Ишҡолдар район хакимиәте ярҙамы менән депо төҙөүгә өлгәшкән.
Был объектҡа үҙ аҡсаһын да һалған улар, янғын һүндереү өсөн һыуҙың булыуы мотлаҡ бит, шуға күрә эргәлә генә һыу скважинаһы ҡаҙып, һыуҙы эскә индергәндәр. Бинаны төҙөүҙә шулай уҡ элекке колхоздың һарайҙарынан ҡалған тимер-бетон изделиеларҙы тотонғандар.
— Янғын һүндереү машинаһы ҡаты һыуыҡтарҙа ла ваҡиға урынына сығырға әҙер торорға тейешлеген иҫәпкә алып, бинаны йылыттыҡ. Ас-ҡарҙан янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, ваҡыт үтә. Ә үҙебеҙҙең машина шунда уҡ ҡаза урынына барып етеп, утты һүндереүгә тотона ала, — тип һөйләй урындағы хакимиәт башлығы Абдулхаҡ Солтанов. — Баҫыу-урман янғындарын һүндереүҙә уңайлы булған дүрт дана ранец та алғанбыҙ.
Ауыл биләмәһе янында янғын һағының ирекле командаһы эшләп килә. Янғын һағы командаһы янғын һүндереүсеһе Мөҙәрис Динмөхәмәтов, водителе Самат Фәритов (һүрәттә) машинаның төҙөклөгө өсөн яуаплы. Ауыл хакимиәте белгесе Йәнил Илһамов иһә кәрәк саҡта водителде, боецты алмаштыра.
— Янғын була ҡалһа, әлбиттә, урынға ауыл биләмәһе башлығы мотлаҡ үҙе сыға. Бынан тыш, һәр ауылда урындағы депутат, староста һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ағзаларынан ирекле командалар төҙөлгән. Бәлә килә ҡалһа, мәғариф хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ ярҙамға ашыға: мәктәптә һыу һауыты, насостары бар. Әйткәндәй, биләмәлә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса профилактикалау эше алып барыла. Ауыл биләмәһе башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, йыл һайын ауыл старосталары, депутаттар, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре өйҙәр буйлап йөрөп, электр ҡорамалдарының, йылытыу приборҙарының, мейестәрҙең төҙөклөгөн тикшерә. Ғәҙәттә, ололар янғынды иҫкәртеү ҡорамалдарының батарейкаһын ҡарамай, шуға көсө бөткәндәрен яңыртып ҡуйып бирәбеҙ, — тип был тәңгәлдәге эштәр менән таныштыра Йәнил Мәһәҙей улы.
Хакимиәттең оперативкаларында, ауыл Советы депутаттарының ултырыштарында янғын һағына бәйле мәсьәләләр даими тикшерелә, хәл итеүҙе талап иткәндәре буйынса тейешле ҡарарҙар сығарыла.