Ҡыштың һуңғы айында үлемесле янғындар ҡырҡа артты. Февраль айының өс аҙнаһында янғындарҙа 24 кеше һәләк булды, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 3 тапҡырға күберәк.
Бәләбәй, Благовещен, Иглин һәм Мәләүез райондарында сыҡҡан янғындарҙа икешәр кешенең һәләк булыуы үтә аяныслы.
Февраль айында булған янғындарҙың күбеһе, йәғни 80 проценты ауыл ерендә сыҡты.
Бындай бәлә-ҡазаларға тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү, төҙөк булмаған электр ҡорамалдарын файҙаланыу, газ баллондарының шартлауы сәбәпсе булды.
Күптәрҙең эскән килеш өйҙә тәмәке тартыуҙары үлемесле хәлгә килтерә. Нәҡ ошо сәбәп арҡаһында февралдә ун кеше янып үлде.
Бәлә-ҡаза булмаһын өсөн һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәрен ташламағыҙ, бинала тартмағыҙ, электр селтәрҙәренең төҙөклөгөн тәьмин итегеҙ, яғылған мейесте ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, янғынды үҙаллы һүндерергә маташмағыҙ.
Шулай уҡ ҡулдан эшләнгән һәм төҙөк булмаған электр йылытҡыстарҙы тотоноу ҡәтғи тыйыла. Электр ҡорамалдарын файҙаланыуҙағы етешһеҙлектәр февраль айында 11 кешенең үлеменә килтерҙе.
Иҫерек туғандарығыҙҙы, таныштарығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, айырыуса балалар ҡараусыһыҙ ҡалырға тейеш түгел.
Һәм иң мөһиме балаларығыҙға янғын осрағында үҙҙәрен нисек тоторға өйрәтегеҙ. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеү күп фажиғәләрҙән ҡотҡарасаҡ
Шулай уҡ йорттарҙа янғынды иҫкәртеү ҡорамалдарының булыуы үҙ һөҙөмтәһен бирә. Янғын сығыу тураһында иҫкәрткән сиреналар республикала 683 кешене, шул иҫәптән 266 баланы ҡотҡарырға мөмкинлек бирҙе.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре күҙәтмәү фажиғәғә килтереүен онотмағыҙ. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Яҡындарығыҙҙан да ҡағиҙәләрҙе үтәүҙәрен талап итегеҙ. Шул саҡта янғынға бәйле фажиғәләрҙән үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлап ҡалырһығыҙ.
Фәрит Ғүмәров,
Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комиететы рәйесе.