Был сикләүҙәр 2 мартҡа тиклем ғәмәлдә була. Ростовтағы (Платов), Краснодарҙағы (Пашковский), Анапалағы (Витязев), Геленджик, Элиста, Ставрополь, Белгород, Брянск, Орел, Курск, Воронеж, Симферополь аэропорттарының эше ваҡытлыса туҡтатылды.
Билдәле булыуынса, бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Донбаста махсус хәрби операция тураһында ҡарар ҡабул итеүен иғлан иткәйне.
Рәсәйҙең планына Украинаны баҫып алыу инмәй, ләкин унда беҙ демилитаризациялауға ынтыласаҡбыҙ, тип билдәләне дәүләт башлығы. "Уның маҡсаты (Рәсәйҙең махсус операцияһы) - һигеҙ йыл дауамында Киев режимы яғынан мыҫҡыл ителеүгә, геноцидҡа дусар булған кешеләрҙе яҡлау, ошо маҡсатта Украинаны демилитаризациялауға һәм денационализациялауға, шулай уҡ тыныс халыҡҡа, шул иҫәптән Рәсәй граждандарына ҡаршы ҡанлы енәйәттәр ҡылған кешеләрҙе хөкөм итеүгә ынтылабыҙ", - тине Путин.