Хәүефһеҙлек
3 Марта 2022, 11:35

Апрелдә ауыр йөк машиналарына йөрөүгә сикләүҙәр индерелә

Башҡортостанда 1 апрелдән 30-на тиклем төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙа ҙур йөк машиналарының хәрәкәте сикләнә. #нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был пассажирҙар ташыусы, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, яғыулыҡ, орлоҡ, ашламалар ташыуға, ауыл хужалығы техникаһына, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында йәлеп ителгән махсус техникаға, хәрби транспортҡа һәм сүп-сар ташыусы машиналарға ҡағылмай.  Башҡа төр ауыр йөк машиналары дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарына килтерелгән зыянды ҡаплаусы  дәүләт пошлинаһын түләгәндән  һәм махсус рөхсәт алғандан  һуң ғына  ошо осорҙа юлға сыға ала.  Йәй көндәре еткәс һауа температураһы 32 градустан юғарыраҡ булған осраҡта ошондай уҡ сикләүҙәр индерелеүе  күҙаллана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас