Ағымдағы йылдың ике айы эсендә район юлдарында 55 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Уларҙа бер кеше һәләк булды, ике кеше йәрәхәтләнде. Шул иҫәптән бер бала тән йәрәхәттәре алды. 96 транспорт сараһы механик зыян күрҙе. Балаларҙы ташыу ҡағиҙәһен боҙған 43, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән 201 водитель яуаплылыҡҡа тарттырылды, юл ҡағиҙәләрен үтәмәгән 9 йәйәүлегә протокол төҙөлдө.
Айырыуса йәйәүлеләр юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың иң һаҡланмаған категорияһы булып ҡала. Улар үҙҙәре лә ҡағиҙә боҙоу арҡаһында бәләгә тарый. Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар таҡмайынса трассаға сығып, үлемесле фажиғәгә эләгә. Кисә, 4 мартта Стәрлетамаҡ- Белорет-Магнитогорск трассаһында 36 йәшлек водитель Газель машинаһында идара итеп, беҙҙең район биләмәһендә 56 йәшлек йәйәүлене төкөтә. Авария һөҙөмтәһендә йәйүле ваҡиға урынында һәләк була. Асыҡланыуынса, ул ҡара кейемдә, юл уртаһында китеп барған була.
Айырыуса ҡар яуып торған, буран сыҡҡан, томан төшкән осорҙа һаҡ булығыҙ, ҡарағы ваҡытта тиҙлекте тотоғоҙ. Йәйәүлеләргә кейеменә яҡтылыҡты ҡайтарыусы таҫма ҡуйыу кәңәш ителә.
Илсиә Дәүләтҡолова, ЮХХДИ инспекторы.