

Район үҙәгенең төп майҙанында ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында автомобиль юлдарын, үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы, урмандарҙы, йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса, энергия, газ һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, халыҡты иҫкәртеү һәм бәйләнеш булдырыу, инженер, медицина, янғын һүндереү хеҙмәттәрененең – райондың бөтә 14 ҡотҡарыу хеҙмәтенең кәрәкле ҡорамалдары менән махсус 37 берәмек техникаһы, уларҙы хеҙмәтләндереүгә әҙер 120 кеше смотрға теҙелде.
Райондың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов комиссия рәйесе, муниципаль район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡовҡа звеноның смотрға әҙерлеге тураһында хәбәр иткәс, әҙерлекте тикшереү башланды. Уның барышында комиссия авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәренең матди-техник базаһын ҡараны, тейешле документацияларҙың булыу-булмауын теүәлләне, төрлө һорауҙар биреп, хәүефле хәл осрағында шәхси составтың әҙерлеген баһаланы.
Һәр хеҙмәт етәксеһе комиссия рәйесе алдында авария бригадаларының техник яҡтан йыһазланылышы, экипировкаһы, хеҙмәттәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеүе, кешеләрҙе ваҡытлыса йәшәү урындарына урынлаштырыу буйынса, ғәҙәттән тыш хәлдәр булғанда яуаплы кешеләрҙең эшмәкәрлеге хаҡында отчет бирҙе.
Газ хеҙмәте, мәҫәлән, ташҡын була ҡалһа, һыу аҫтында ҡалған ГРП-ларҙың торошо, газ үткәргестәрҙең төҙөклөгө өсөн яуаплы. Янғын һүндереүселәр һәр төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер. Полиция хеҙмәткәрҙәренә хәүеф янаған ауылдарҙа тәртип һаҡлау, террор акттарын, мутлыҡ осраҡтарын иҫкәртеү бурысы ҡуйыла, улар һыу аҫтында ҡалған өйҙәрҙе һаҡлап, урлашыуҙарға юл ҡуймаҫҡа тейеш.
Район мәғариф идаралығына һыу аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы булған ауылдар халҡын эвакуациялау, уларҙы мәктәп, балалар баҡсаларында ваҡытлыса урынлаштырыу мәсьәләләре йөкмәтелә.
Электр селтәрҙәре ҡуйған техника араһында ҡоро ерҙән, кәрәк икән һыуҙа йөҙөп йөрөгән һәм юлһыҙ ерҙән дә үтә алған автомобилдәренең, эштәрендә кәрәкле заманса ҡорамалдарының күплеге был ойошманың төрлө хәлдәргә әҙер булыуҙарын күрһәтте.
ЗУЭМВС хеҙмәткәрҙәре һыу ятҡылыҡтарындағы хәл-торош буйынса көн дә мониторг алып баралар, дежурлыҡ итеү ҙә ойошторолған. Быйыл яҙ ташҡындың ныҡ көслө булыуы фаразланмаһа ла, кәрәкле бөтә техника һәм кешеләр әҙер булыуын еткерҙеләр комиссияға.
Урмансыллыҡ хеҙмәттәренә ташҡын мәле менән бер рәттән етеп килгән янғын ҡурҡынысы ҙур булған миҙгел осоронда айырыуса иҫкәртеү сараларына етди иғтибар бирергә ҡушылды.
Ауыл хужалығы идаралығына ҡараған үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы һаҡлау хеҙмәте ташҡынға ғына түгел, шулай уҡ малдарҙың төрлө йоғошло ауырыуҙарын, баҫыуҙарға ҡурҡыныс менән янаған ҡоротҡос-бөжәктәрҙең баҫып инеүен иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәшергә лә әҙер торорға бурыслы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды комиссия рәйесе.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар, район дауаханаһы ла үҙ хеҙмәттәренең тейешенсә әҙерлеген күрһәтте.
Бәләгә тарыусыларҙы туҡландырыу мәсьәләһе лә көнүҙәк. Был тәңгәлдә эшләйәсәк хеҙмәт етерлек аҙыҡ-түлек запасы булдырылыуын әйтеп, кәрәк булһа, урынға сығып ашатыуҙы ойошторорға әҙер булыуҙарын да белдерҙе.
Ҡышҡы бурандарҙа ла һынатмаған юлсыларҙың техникаһы яҙғы ташҡынға ла тулы әҙерлектә, һыу баҫыу осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында һыу үткәреүсе торбалар ҡар һәм боҙҙан таҙартылған, был хәүефле осорҙа күперҙәр һәм трассалар даими күҙәтеү аҫтында.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, һәр хеҙмәттең эше яйға һалынған, техникалары кәрәк булғанда файҙаланыуға әҙер, ашығыс бригадалар кадрҙар менән комплектланған, улар берҙәм форма менән тәьмин ителгән.
Смотр тамамланғас, район хакимиәтенең ултырыштар залында тәбиғи һәм техноген ғәрәсәттәргә әҙерлекте тикшереү маҡсатында райондың ҡотҡарыу хеҙмәттәренең етәкселәре, комиссия ағзалары менән яҙғы ташҡынға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү буйынса штаб күнекмәһе үткәрелде. Күнекмәләр барышында идара итеү органдарын, Әбйәлил районы звеноһының авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре көстәрен һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашасаҡ кешеләрҙе «Юғары әҙерлек» режимына күсереү, районда «Ғәҙәттән тыш хәл» режимы индерелә ҡалһа, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү шарттары һәм тәртибе мәсьәләләре өйрәнелде. Һыу баҫыу йәки башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында хәбәр алғанда теге йәки был хеҙмәт етәкселәренең нисек эш итергә тейешлеге тәҡдимдәре тыңланды. Һуңынан үткән штаб ултырышында комиссия рәйесе райондың ҡотҡарыу хеҙмәттәренең әҙерлеген ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләне һәм ниндәй генә хәл килеп тыуғанда ла, бергәләп еңеп сығыуға ышаныс белдерҙе.