

Ошо көндәрҙә Таһир Кусимов исемендәге гимназияла балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында имгәнеүен иҫкәртеү һәм юлдарҙа хәүефһеҙлекте пропагандалауға йүнәлтелгән «Иғтибар, балалар!» акцияһы үтте. Уның сиктәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә арналған класс сәғәттәре һәм төрлө саралар уҙғарылды.
1-се кластарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленде. Уҡыусылар өсөн әңгәмәләр, уйындар, «Мәктәп юлы» экскурсияһы ойошторолдо.
1-4-се класс уҡыусылары «Мәктәпкә тиклем маршрут» темаһына һүрәт төшөрҙө.
5-6-сы кластарҙа «Юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре» класс сәғәте, «Өйҙә һәм урамда ниндәй хәүеф көтөүе ихтимал?» әңгәмәһе уҙғарылды.
7-8-се кластарҙа «Юлда хәүеф-хәтәр», «Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре», «Һаҡ бул, йәйәүле!» темалары буйынса әңгәмәләр ҡоролдо.
9-сы класта мото һәм велотранспортта хәүефһеҙ йөрөү тураһында һөйләшеү булды. «Иғтибар, скутер!» темаһына практик дәрес үтте. Юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү ысулдары аңлатылды.
10-сы класта «Хәүефһеҙ юл», «Йәмәғәт урындарында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре» буйынса һәм ата-әсәләр йыйылышында имгәнеүҙәрҙе һәм юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү тураһында әңгәмә уҙған.
1-11-се кластарҙа юлдарҙа хәүефһеҙлек буйынса инструктаж үткәрелде, ата-әсәләр йыйылышында балаларҙың юлда үҙҙәрен нисек тотоуға иғтибар йүнәлтелде. Шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторы Илсиә Дәүләтҡолова линейкала мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһаны.
Класс етәкселәре, бигерәк тә башланғыс звенола уҡытыусылар балаларҙың яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар тағыуын һәр саҡ контролдә тота.