Хәүефһеҙлек
14 Апреля 2022, 10:05

Мотоциклистар юлдарҙа хәүеф тыуҙыра

Көндәр йылыныу менән юлдарҙа мотоциклда йөрөүселәр ҡапыл күбәйә. Әбйәлил дәүләт автоинспекцияһы мототранспорт водителдәрен юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү зарурлығы хаҡында иҫкәртә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Көндәр йылыныу менән юлдарҙа мотоциклда йөрөүселәр ҡапыл күбәйә. Әбйәлил дәүләт автоинспекцияһы мототранспорт водителдәрен юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү зарурлығы хаҡында иҫкәртә. Бәғзе мотоциклистар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итә — тиҙлекте арттыра, рәтте күҙәтмәй, ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм ошо рәүешле юлда йөрөүсе башҡаларға хәүеф тыуҙыра, үҙҙәре лә бәләгә тарый.
Бәлиғ булмағандарға мототех-никала йөрөү ҡәтғи рәүештә тыйылыуына ҡарамаҫтан, күп кенә ата-әсәләр был хаҡта уйлап та тормай балаларына уны һатып алып бирә. Бәлиғ булмаған мотоциклистар араһында иң йыш күҙәтелгән хоҡуҡ боҙоуҙар мопед һәм скутерҙа мотошлемһыҙ йөрөүгә, транспорт сараһы менән идара итеүгә праваһы булмайынса руль артына ултырыуға ҡайтып ҡала. Бынан тыш йыш ҡына был ике тәгәрмәсле транспорт билдәләнгән тәртипкә ярашлы ЮХХДИ-ла теркәлмәгән, техник яҡтан төҙөк түгел йәиһә техник күҙәтеү үтмәгән, хатта эҙләүҙә булып сыға.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мопед һәм скутер йөрөтөү өсөн «М» категориялы водитель таныҡлығына (ул 16 йәштән бирелә) йәки двигатель ҡеүәте 150 кубтан әҙерәк булған һәм максималь тиҙлеге сәғәтенә 60 километрҙан артмаған еңел мотоциклдар менән идара итеүгә «А1», ҡалған мотоциклистар өсөн «А» категорияһына эйә булыу мөһим.
Пассажирҙар ташыуға килгәндә, мотоциклдың артҡы ултырғысында, хатта шлемы булған хәлдә лә, 12 йәштән кесе балаларҙы алып йөрөргә ярамай.
Яҙғы-йәйге осорҙа райондың дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусы мотоциклистарҙы һәм скутерҙарҙа йөрөүселәрҙе асыҡлау буйынса эште көсәйтә. Ошоға бәйле күңелһеҙ осраҡтарға тарымаҫ өсөн юл ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ. Хөрмәтле ата-әсәләр, тейешенсә әҙерлекһеҙ балаларығыҙ ҡулына мототехника тоттороп сығармағыҙ!
Илсиә ДӘҮЛӘТҠОЛОВА,
ЮХХДИ инспекторы.

Автор:
Читайте нас