Хәүефһеҙлек
18 Апреля 2022, 05:50

Һаҡ булығыҙ!

Янғын хәүефе ҙур булған  миҙгел етте

Добавить в предпочтительные источники Google
Һаҡ булығыҙ!Һаҡ булығыҙ!
Һаҡ булығыҙ!

Көндәрҙең ныҡлап йылыныуы сәбәпле, урмандарҙа янғын сығыу хәүефе артты. Ошоға бәйле БР Урман хужалығы министрлығы бойороғона ярашлы Башҡортостандың, шул иҫәптән беҙҙең райондың урман фонды биләмәһендә 15 апрелдән янғын хәүефе ҙур булған миҙгел башланды.
Урман хужалыҡтары етәкселәренә был осорҙа урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙе тәьмин итеү, урмандарҙы даими күҙәтеү аҫтында тотоу, янғын һағы, урманды ҡуртымға алған арендаторҙар менән үҙ-ара килешеп эшләү, халыҡ араһында, шул иҫәптән киң мәғлүмәт сараларында урман янғындарын профилактикалау, иҫкәртеү һәм һүндереү буйынса, ғәҙәттән тыш хәл  режимы индерелгән осраҡта халыҡҡа нисек эш итеү тәртибен аңлатыу эштәре үткәреү йөкмәтелә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас