Хәүефһеҙлек
26 Апреля 2022, 12:50

Юлдарҙа авариялар кәмегән

Республикалағы федераль юлдарҙағы аварияларҙа һәләк булғандар һаны – 75 процентҡа, зыян күргәндәр – 30 процентҡа, ә юл-транспорт ваҡиғалары 10 процентҡа аҙыраҡ теркәлгән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Федераль юлдарҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теркәгән фото- һәм видео теркәү комплекстарын тағы ла 155 берәмеккә арттырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелгән. Комплекслы ҡараш, төбәк Хөкүмәте һәм ЮХХДИ органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек аварияларҙы кәметеүгә булышлыҡ итә.

– Беҙҙең маҡсат – ҡағиҙә боҙоусыларға барлыҡ ысулдар менән штраф һалыу түгел, ә тәртипһеҙлектәрҙең бөтөнләй булмауы. Был юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар именлегендә асыҡ күренә, улар ҡыумаһындар, ә тиҙлек режимын күҙәтһендәр, бараһы еренә иҫән-һау барып етһендәр. Шуға ла беҙ был камераларҙы йәшермәйбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Әлеге көндә федераль трассаларҙа стационар камералар һаны 210 берәмек, уға яңы урынлаштырылған 155 камера ла инә. Улар М-5 – 64, М-7 – 48, Р-240 – 43 трассаларында урынлаштырылған.

– Сараның тәү маҡсаты – хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һаҡлау. 2021 йылдың тәүге кварталы менән сағыштырғанда, быйыл ҙур юл-транспорт ваҡиғалары булманы. Шулай уҡ ауыр эҙемтәләр ҙә кәмене, быны һәләк булыусыларҙың һаны кәмеүе дәлилләй: уҙған йылдың өс айы менән сығыштырғанда – 23-кә кәм (2021 йылдың беренсе кварталында – 31, 2022 йылдың беренсе кварталында – һигеҙ), – тип билдәләне  “Приуралье” юлдар идаралығы начальнигы урынбаҫары Денис Абрамов.  

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас