+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Май 2022, 15:38

Электр объекты уйынсыҡ түгел

Уйынға әүрәгән, ҡыҙыҡ эҙләгән балалар үҙҙәренең ғүмерҙәренә, һаулыҡтарына ҡайҙандыр ҡурҡыныс янай тип уйламай ҙа. Ләкин трансформаторҙар, электр линиялары янындағы ғәмһеҙ уйын фажиғә менән тамамланған күңелһеҙ осраҡтар ҙа осрап тора тормошта. Айырыуса йәйге каникулдар осоронда был мәсьәлә иғтибар талап итә.

Үткән йылда республикала балаларҙың токтан һуғылыуына бәйле фажиғәләр, бәхеткә күрә, булманы, әммә был мәсьәләнең көнүҙәклеген һис тә кәметмәй. Сөнки беҙҙә булмаһа ла, башҡа төбәктәрҙә фажиғәле осраҡтар әленән-әле ҡабатланып ҡына торҙо. Яңы йыл алдынан Рязандә 11 һәм 13 йәшлек малайҙар трансформатор бинаһына инә. 13 йәшлеге щиттағы предохранителгә тотоноп токтан һуғыла. Һөҙөмтәлә баланың эсе, аяҡ-ҡулдары йәрәхәтләнә, ике ҡул суғының да һуҡ һәм урта бармаҡтарын ампутацияларға тура килә. Әйтергә кәрәк, ул сағыштырмаса еңел ҡотола. Ә бына Саратовтан 15 йәшлек үҫмер 12 йәшлек иптәше менән элекке һыу башняһының насос станцияһында токтан һуғылалар. Икеһе лә юғары вольтлы кабелгә тейеүҙәре арҡаһында төрлө дәрәжәләге янған йәрәхәттәр алып дауаханаға эләгәләр. Табиптар 15 йәшлегенең ғүмере өсөн көрәшә.
Балаларҙың электрҙан йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү буйынса «Башкирэнерго» ЯСЙ-һы белгестәре даими рәүештә профилактик эш алып бара. Әммә балалар һәм үҫмерҙәргә электриктарҙың аңлатыуы ғына етмәй. Йәш быуынды үлемесле ҡазанан йолоп ҡалыуҙа ата-әсәләр һәм уҡытыусыларҙың да берләшеүе зарур. Һәр энергия объектының хәүеф менән янауы тураһындағы ябай хәҡиҡәтте балалар аңына барып етерлек итеп төшөндөрөү һәм иҫкәртеү мөһим. Балаға бәләкәй сағынан нимәләр эшләргә ярай-ярамайлығын аңлатыу, электрҙың хәүефле булыуын һөйләү ҙә һөҙөмтәһен бирәсәк. Ябай ҡағиҙәләр балаларҙың ғүмерен һәм именлеген, ә ата-әсәләрҙе ғүмерлек ғазаптан һаҡлап ҡаласаҡ. Һүҙ өйҙәге электр ҡорамалдары менән дөрөҫ мөғәмәлә итеү йәки трансформатор подстанцияларына, электр линияларына яҡын бармау тураһында барһынмы — һәр мәсьәлә хаҡы кеше ғүмеренә тиң.
Ҡайһы берҙә балалар электрүткәргестәргә һәм ҡорамалдарға ҡул йәки башҡа әйберҙәр менән тейергә генә ярамай тип уйлай. Ысынлап та, был үлемесле хәүефле. Әммә, хәүеф сығанағына яҡын барыу ҙа тыйыла. Һауаның дымлылығына һәм энерго объекттың көсөргәнеш класына бәйле, электр дуғаһы бер нисә метр алыҫлыҡтағы кешене лә ток менән һуға ала. Ә ергә өҙөлөп төшкән сымға 8 метрҙан ары яҡын барырға ярамай! Эшләп торған төҙөк электр ҡорамалдары хәүефһеҙ була тип алданмағыҙ.
Энергетиктар балаларҙы токтан һуғылыуҙан ҡурсалауҙың бер нисә ҡағиҙәһен иҫегеҙгә төшөрә:
- трансформаторҙарға, башҡа электр ҡоролмаларына яҡын бармаҫҡа;
- был объекттарҙың кәртәһе аша төшмәҫкә;
- электр бағаналарына үрмәләмәҫкә;
- электр сымдарына бер нимә лә ташламаҫҡа, элмәҫкә;
- электр тапшырыу линиялары аҫтында балыҡ ҡармаҡламаҫҡа;
- һәленеп торған сымдарға теймәҫкә;
- урамдарҙы яҡтыртҡыс лампаларҙы һәм изоляторҙарҙы ярмаҫҡа;
- электр линияларына яҡын ерҙә уйнамаҫҡа, «һауа йыландарын» осор-маҫҡа;
- подъездарҙа щиттарҙы асып ҡарамаҫҡа;
- «Һаҡ булығыҙ! Электр көсөргәнеше!» тигән яҙыу йәки һары өсмөйөш эсенә ҡара йәшен уғы төшөрөлгән билдә ҡуйылған объекттарға яҡын бармаҫҡа;
- еүеш ҡулдар менән электр ҡорамалдарына ҡағылмаҫҡа;
- йыуыныу бүлмәһендә электр приборҙары менән ҡулланмаҫҡа;
- төҙөк булмаған электр ҡорамалдарын файҙаланмаҫҡа.
Ата-әсәләр, балаларығыҙ менән бергә йөрөгән саҡта электр энергияһы объекттарын урап уҙығыҙ, бағаналарға үрләп күрһәтмәгеҙ! Хәүефһеҙлек тураһында һөйләгәнегеҙҙе ҡылыҡтарығыҙ менән кире ҡаҡмағыҙ. Балаларҙың әйткәнде генә түгел, ә ҡылыҡтарҙы ла үҙҙәренә һеңдереүсәнлеге хаҡында онот-мағыҙ. Балаларҙы хәүеф-хәтәрҙән һаҡлағыҙ!
Булат ХӘМИҘУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: