

Мопед йәки скутер руле артына ултырған юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы ҡайһы бер йәш кешеләр үҙҙәренең хәүефһеҙлеге тураһында бөтөнләй уйламай. Был хаҡта балаларының йәшен һәм транспорт сараһы менән идара итеүгә таныҡлыҡ кәрәклеген, ә барыһынан да элек уны йөрөтә белеү оҫталығына эйә булыу зарурлығын иғтибарға элмәгән ата-әсәләр ҙә уйламай, күрәһең.
Бәлиғ булмаған балаларҙың руль артында үҙаллы йөрөргә маташыуы осраҡтарын өлкәндәр күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, хатта быға юл ҡуймаҫҡа тейеш.
Тиҙҙән каникулдар етә. Йәйгеһен мототранспортта һаҡ йөрөмәү арҡаһында фажиғәләр, төрлө йәрәхәттәр алыу осраҡтары йышая. Шуға күрә машина, мотоцикл асҡыстарын балаларҙың күҙ алдында ҡалдырмағыҙ, права алмайынса һәм яҡшылап йөрөргә өйрәнмәйенсә скутерға ултырырға рөхсәт итмәгеҙ.
Район дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә: мопед, скутер, мотоцикл, автомобиль менән идара иткән 16 йәштән өлкән бәлиғ булмаған водителдәр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уларға 5-тән 15 мең һумға тиклем штраф һалына, ә транспорт сараһы махсус туҡталҡаға бикләнә. Әгәр «водитель» 16 йәштән кесе булһа, уның өсөн законлы вәкилдәре (ата-әсәһе, опекундары) яуап бирә, бәлиғ булмаған балаға ҡарата саралар күрелмәй, транспорт сараһы шулай уҡ бик аҫтына алына.
Май байрамдары осоронда мопедҡа идара итеүсе Асҡарҙан 17 йәшлек егет Ҡужан ауылы эргәһендә юлға ҡапыл йүгереп килеп сыҡҡан этте төкөтә. Бәрелеш һөҙөмтәһендә мотоциклист ҡолай, бәхетенә еңелсә йәрәхәттәр менән генә ҡотола.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ, балаларығыҙҙы бәхетһеҙ осраҡтарҙан һаҡлағыҙ!
Илсиә ДӘҮЛӘТҠОЛОВА,
ЮХХДИ инспекторы.