Хәүефһеҙлек
20 Мая 2022, 09:15

«Иғтибар — балалар!»

16 майҙан 10 июнгә тиклем юлдарҙа «Иғтибар — балалар!» акцияһы уҙа

ЮХХДИ инспекторы Илсиә Дәүләтҡолова белдереүенсә, йыл башынан машинала балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 98 водитель административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
«Көндәр йылыныу менән бәлиғ булмағандар тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары йышайҙы. Иң күп осраҡтар водитель таныҡлығы булмайынса транспорт сараһына идара итеүгә бәйле. Урамдарҙа мототехника күбәйҙе. Май башында патрулдәге ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре өс мәктәп уҡыусыһын мотоцикл менән тотто. Әле лә был эш дауам итә. Статистиканан күренеүенсә, аварияларға нигеҙҙә транспорт йөрөтөүгә махсус әҙерлек үтмәгән үҙбелдек ысулы менән өйрәнгәндәр осрай.
Водителдәр ғәйебе менән пассажир балаларҙың зыян күреү осраҡтары артты. 7 май Дәүләт – Әлмөхәмәт юлында водитель таныҡлығы булмаған 2001 йылғы кешенең рулгә идара итә алмауы арҡаһында машина юлдан оса. Һөҙөмтәлә 2005 йылғы пассажир еңелсә имгәнә. 11 майҙа аталы-ҡыҙлы икәү ҡараңғыла ҡайтып килгәндә машина юлдан төшөп китә. 2010 йылғы ҡыҙыҡай һыҙырылған яралар ала, табип ҡарағандан һуң өйөнә ҡайтарыла», — тип һөйләй инспектор.
Тиҙлекте арттырыу, эскән килеш руль артына ултырыу — шулай уҡ юл һәләкәттәренең сәбәптәре булып тора. Беҙҙең төп бурысыбыҙ юлдарҙа балалар ҡатнашлығындағы бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймау. Дәүләт автоинспекцияһы ата-әсәләрҙе балаларҙы шәхси транспортта йөрөтөүгә яуаплы ҡарарға саҡыра. Ете йәшкә тиклемге кескәй пассажирҙар махсус автокреслола булырға тейеш. Был машинаның алғы ултырғысына ултырып йөрөгән 12 йәшкә тиклемге балаларға ла ҡағыла. Артҡы ултырғыстағы 7-12 йәшлектәргә автокресло ҡулланырға мөмкин йәки хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереү мотлаҡ.

Автор:
Читайте нас