Хәүефһеҙлек
9 Июня 2022, 16:30

Ямғыр яуыуын дауам итәсәк

Синоптиктар белдереүенсә, алдағы өс көндә республикала һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Ямғыр яуыуы (төндә урыны менән көслө), көндөҙ айырым райондарҙа йәшен, боҙборсаҡ көтөлә.


Синоптиктар белдереүенсә, алдағы өс көндә республикала һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Ямғыр яуыуы (төндә урыны менән көслө), көндөҙ айырым райондарҙа йәшен, боҙборсаҡ көтөлә.

Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12, көндөҙ +13, +22 градус...

Өфөлә һыу баҫыу осраҡтары теркәлгән. Атап әйткәндә, хәүеф тыуҙырған алты урын даими күҙәтеү аҫтында.
 Ленин районында йыйылған ямғыр һыуын һурҙыралар. 600 кубометр һыу һурҙырылған да инде.

Фото: russia24.pro

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас