+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Июнь 2022, 14:45

Мутлыҡтың яңы ысулы

Сит-ят номерҙан шылтыратыусыларға ышанмағыҙ.

Тағы телефондан мутлашыуҙың яңы ысулы хаҡында иҫкәрттеләр.

Мутлашыусылар клиенттарға кеҫә телефоны операторҙарына булышлыҡ итеү хеҙмәте исеменән шылтырата.

Енәйәтселәр шылтыратып, телефонда һандарҙан һәм символдарҙан торған махсус USSD-команданы йыйыуҙы һорай.

 «Беҙ клиенттарға үҙҙәренең смартфондарына мутлашыусыларҙың номерҙарын асыҡларға йәки таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәҫкә мөмкинлек биргән номер билдәләгес ҡуйырға тәҡдим итәбеҙ. Иң мөһиме - уяулыҡты юғалтмау һәм шикле тойолған һөйләшеүҙе туҡтатыу», - тип белдерҙе ВТБ-ның өлкән вице-президенты Никита Чугунов.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: