+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Июнь 2022, 16:41

Өфөлә яңы автобустар йөрөйәсәк

2023 һәм 2024 йылдарҙа Башҡортостан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты ярҙамында 85 яңы автобус аласаҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәйҙең Транспорт министрлығына  44 төбәктән ғаризалар килгән һәм конкурс йомғаҡтары буйынса  Башҡортостанда буйынса автопаркты яңыртыу тураһында ыңғай ҡарар ҡабул ителгән. Атап әйткәндә, конкурс финалсыларының береһе, Өфө агломерацияһы булды. Конкурс талаптарына ярашлы бында юл хаҡын түләүҙең контактһыҙ системалары һәм транспортты планлаштырыуҙың раҫланған документтары булыуы, хәрәкәт итеү теҙмәһенең теүәл үтәлеүе, йәмәғәт транспорты өсөн бүленгән һыҙаттарҙың булыуы ыңғай һөҙөмтә биргән дә инде. Яңы автобустар «Дәүләт транспорт лизинг компанияһы» аша алынасаҡ. Дөйөм алғанда был программаға 10 миллиард һумға аҡса бүленә, унда Рәсәйҙең  21 ҡала агломерацияһы ҡатнаша.
Улар араһында Өфөнән тыш, Новосибирск, Омск, Волгоград, Тула, Түбәнге Новгород, Силәбе, Чебоксар, Пермь, Ырымбур, Брянск, Петрозаводск, Әстрхан, Һарытау, Ижевск, Томск, Рязань, Владивосток, Сочи һәм Улан-Удэ ҡалалары бар. Әйтәйек, Башҡортостандың баш ҡалаһына тәпәш иҙәнле, газ менән эшләүсе, аҙ сығымлы заманса автобустар киләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: