+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Июнь 2022, 15:29

Юл камералары артҡан

Башҡортостанда  йыл башынан 800 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотовидеотеркәү комплексы файҙаланыуға тапшырылған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Шулай итеп, республика юлдарында  камераларҙың дөйөм һаны 1,8 меңгә еткән. Республикала ҡуйылған бөтә яңы комплекстар, ул илебеҙҙә етештерелгән «Лобачевский» автоматик системалары.  Уларҙы бер подрядсы,  Сколковолағы «Интеллектуаль техник системалар» ғилми-етештереү берекмәһе хеҙмәтләндерә. Үткән  йылда  Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы  был компания менән килешеү төҙөгән була.   

         Автоматик комплекстар юл трассаларының авария хәүефе ҙур булған урындарында, шулай уҡ  юғары көсөргәнешле  юлдарҙа ҡуйылған. Камералар бер нисә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу төрһәрен теркәй ала, мәҫәлән тиҙлекте арттырыу, ҡаршы һыҙатҡа сығыу, йәйәүлеләргә юл бирмәү, светофорҙың тыйыусы ҡыҙыл сигналында үтеү китеү һәм башҡалар. Үткән йылда Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы Мәскәүҙең "Интеллектуаль техник системалар" ғилми-етештереү берекмәһенән 300 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексын ҡуртымға алған була. Быйыл төҙөлгәне менән был ике  контракттың  дөйөм хаҡы 1,1 миллиард һум тәшкил иткән. Камералар биш йылға ҡуртымға бирелә, ошо ваҡыттан һуң ҡорамалдар республика милкенә күсерелә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: