+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Июль 2022, 09:25

Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү мотлаҡ!

Мотоцикл-мопедтар ҡатнашлығында авариялар артҡадан-арта.

Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү мотлаҡ!
Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү мотлаҡ!

Йәй етеү юлдарҙа мототранспорт ҡатнашлығында авариялар һаны бермә-бер арта. Уҙған аҙнала булған юл-транспорт ваҡиғалары ошо хаҡта һөйләй.

Тәпән менән Ишҡол араһында мопед юлдан төшөп киткән. Мопедта ике ир булған, ауыр яраланған береһе район дауаханаһына оҙатылған. Транспортҡа идара итеүсенең эскән булыуы асыҡланған.

Һамар менән Покровка араһындағы юлда иҫерек мотоциклист бағанаға төкөлгән.

Ташбулат ауылы урамында ла мотоциклда аварияға осраған мотоциклист та, уның пассажиры ла дауаханаға ебәрелгән.

Белорет – Магнитогорск юлының Мораҡай ауылы боролошонда мотоцикл менән автомобиль бәрелешкән. Мотоциклистың эскән булыуы асыҡланған, ул Белорет дауаханаһына оҙатылған.

Таштимер ауылындағы “Башспирт” магазины янында Магнитогорск кешеһе велосипедта машинаға барып бәрелгән, ул ҡала дауаханаһына оҙатылған.

Уҙған аҙна аҙағында район үҙәгендә мотоциклист еңел автомобиль менән бәрелеште.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы транспорт хужаларынан юлда айырыуса иғтибарлы булыуҙарын, мотоцикл-мопедта һәр саҡ каска кейеүҙәрен, тиҙлек режимын күҙәтеүҙәрен һәм икенсе һыҙатҡа күскәндә ҡағиҙәләрҙе үтәүҙәрен һорай.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: