+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Август 2022, 16:15

Фажиғәғә юл ҡуйылманы

Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Дәүләт ауылы янында Сыбаргүлгә автомобиль төшөп китеүе тураһында хәбәр килә. Был хәл төнөгө смәғәт 12-нән һуң була.

Фажиғәғә юл ҡуйылманы
Фажиғәғә юл ҡуйылманы

Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Дәүләт ауылы янында Сыбаргүлгә автомобиль төшөп китеүе тураһында хәбәр килә. Был хәл төнөгө смәғәт 12-нән һуң була.

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, КИА водителе Асҡар яғынан юғары тиҙлектә килеп, Дәүләткә плотина янынан инергә була, тик юл тар булғанлыҡтан, шунда уҡ үтә алмай һәм артҡа биргән мәлдә күлгә төшөп китә.

Нәҡ ошо мәлдә ағалы-ҡустылы Иштуған менән Айтуған Ғәбитовтар мотоциклда шул уҡ плотина янынан Дәүләткә ҡайтып барған була. Уларҙы плотина янында торған ҡыҙҙар туҡтатып, кемдеңдер бәләгә тарыуын әйтәләр.

 Егеттәр оҙаҡ уйлап тормай, тиҙ генә икәүләп ярҙамға ашығалар. Баштүбән әйләнгән машинаның ишеген асырға самалағанда, автомобиль  кире  әйләнә һәм егеттәрҙең үҙҙәре ҡурҡыныс аҫтында ҡала. Шулай ҙа сос егеттәр һыу төбөнә китә башлаған автомобилдең ишеген асыуға өлгәшә һәм водителде сығарып өлгөрә. Һыу аҫтында ҡалған машинаны Белорет авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенән киелоп еткән ҡотҡарыусылар кран машинаһы ярҙамында тартып сығара.

Бер нисә көндән һуң Учалы районында ла ошондай уҡ хәл теркәлә. Туңғатар ауылы янындағы күлгә батҡан машинала водитель менән пассажиры ла була. Водителде ҡотҡарғандар, ә бына пассажир егет һыу аҫтында ҡалған. Автомобилде эҙләү өсөн водолаздарҙы саҡырырға тура килгән. Һөҙөмтәлә автомобилде һәләк булған егет менән бергә сығарғандар.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: