+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Август 2022, 14:55

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

Һуңғы көндәрҙә район юлдарында ла аварияларҙың артыуы күҙәтелә.

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!
Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

Һуңғы көндәрҙә район юлдарында ла аварияларҙың артыуы күҙәтелә.

Дәүләт эргәһендә автомобиль юл ситенән барған һыйырҙы төрттөргән. Сермән – Амангилде – Баймаҡ юлында  машина һыйырҙы төкөгән.  Ике-өс көн үткәс, ошо уҡ юлда тағы бер ваҡиға теркәлде. Был юлы Сермән яғына юл алған машина атҡа бәрелде.  Бәхеткә  күрә,  әйтеп үткән юл-транспорт ваҡиғаларында зыян күреүселәр булманы. шулай ҙа һәр осраҡта машиналар ярайһы уҡ зыян күрҙе. Малдарҙың хужалары асыҡланған, уларға ҡарата протоколдар төҙөлгән. Бындай аварияларға нигеҙҙә малдарҙың ҡараусыһыҙ йөрөүе сәбәпле.

Ошондай күңелһеҙ осраҡтар булмаһын өсөн мал хужаларына ат-һыйырҙарын ҡараусыһыҙ йөрөтмәҫкә кәрәк. Мал көндөҙ көтөүҙә, ә төнгөлөккә кәртәлә бикле торорға тейеш.

Ә водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм тиҙлек режимын ҡәтғи күҙәтергә кәрәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: