+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Август 2022, 16:45

Урман хужалығына яңы машина

Кисә баш ҡалала Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы ойошмаларға машина асҡыстары тапшырылды.

Урман хужалығына яңы машина
Урман хужалығына яңы машина

Бер нисә районға 22 берәмек  урман-күҙәтеү техникаһы оҙатылды Был маҡсатта федераль бюджеттан 29,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Шулар иҫәбендә Әбйәлил урман хужалығы ла өр-яңы Лада Нива Тревел  машинаһына эйә булды.

Яңы машиналарҙың өҫтөнлөктәре күп: хәүефһеҙлек маҡсатында улар ГЛОНАСС системаһына тоташтырылған, унан тыш техника шноркель менән йыһазландырылған, был һыу ятҡылыҡтарынан үтергә мөмкинлек бирә.

Быйыл урман хужалыҡтарына техника икенсе тапҡыр тапшырылды. Яҙғыһын министрлыҡ ҡарамағындағы учреждениелар янғынға ҡаршы көрәшеү өсөн ауыр техника менән тәьмин ителде.

Урман хужалығына яңы машина
Урман хужалығына яңы машина
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: