“Аномаль эҫе һауа торошо урынлашыу сәбәпле, ғәҙәттән тыш янғын хәүефе менән бәйле, республика биләмәһендә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы бойороғо менән граждандарҙың урманға барыуын һәм уларға транспорт саралары инеүен сикләү индерелә”, – тине Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров. Сикләү 23 августан 5 сентябгә тиклем индерелә, тине ул.