-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Август 2022, 16:23

Рязань өлкәһендә урман янғындарына бәйле хәл ҡатмарлы

Мәскәү мэры Собянин Рязань өлкәһендә урман янғындарына бәйле хәлде ҡатмарлы тип иҫәпләй. #ВладимирПутин

Рязань өлкәһендә урман янғындарына бәйле хәл ҡатмарлы
Рязань өлкәһендә урман янғындарына бәйле хәл ҡатмарлы

       «Ни тиһәң дә, төньяҡта янғынды туҡтатырға мөмкинлек биргән минераллаштырылған ике һыҙат бар. Әммә шуны әйтергә кәрәк, янғындың  майҙаны үҙе бер-ике көн эсендә, ҡуйған фронттың аҙаҡҡы һыҙатына барып еткәнсе, артасаҡ әле. Шуға күрә хәл ҡатмарлы, бик ҡатмарлы», - тине ҡала башлығы. Собянин иҫәпләүенсә, Рязань өлкәһендәге янғынды бер-ике көн эсендә туҡтатып була, һуңынан ашығыс хеҙмәттәр уны һүндерәсәк.

Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Григоренко, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Александр Куренков, Тәбиғәт ресурстары министры Александр Козлов, шулай уҡ Мәскәү мэры Сергей Собянин бөгөн Рязань өлкәһенә килде. Улар шулай уҡ Түбәнге Новгород өлкәһенә һәм Мари Республикаһына барырға планлаштыра.

      24 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин урман янғындарына ҡаршы көрәш буйынса кәңәшмәлә ошондай сәфәргә сығырға йөкләмә биргәйне. Рязань өлкәһендә 22 августа көслө янғындар арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы башлығы Александр Козловтың һуңғараҡ хәбәр итеүенсә, янғындарҙың бер өлөшө Рәсәй төбәгендә ут төртөү арҡаһында сыҡҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: