+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Сентябрь 2022, 18:00

ЮХХДИ инспекторҙары рейдтарға сыға

Бөгөндән Рәсәй буйынса дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан юлдарҙа көсәйтелгән режимда рейдтар башланды.

ЮХХДИ инспекторҙары рейдтарға сыға
ЮХХДИ инспекторҙары рейдтарға сыға

Был тикшереүҙәр юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаған тәртип боҙоусыларҙы асыҡлау, иҫерек һәм траспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән водителдәрҙе тотоу, пассажирҙар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, юл-транспорт ваҡиғаларын профилактикалау маҡсатында уҙғарыла.

ДПС экипаждары максималь составта юлдарға сыға, трассаларҙың билдәле бер участкаларында бөтә машиналарҙы ла туҡтатыу планлаштырылған.

Бөгөн беҙ Әбйәлил районы буйынса ДПС төркөмө инспекторы А. Х. Абдрахманов менән район үҙәге буйлап рейдта ҡатнаштыҡ. Полиция хеҙмәткәре машиналарҙы туҡтатҡанда рейд барыуы тураһында иҫкәртеп, документтарын, пассажирҙар, йөк ташыу буйынса ҡағиҙәләр үтәлешен тикшерҙе.

ЮХХДИ инспекторҙары рейдтарға сыға
ЮХХДИ инспекторҙары рейдтарға сыға
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: